Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1308

КАРСТЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, карстология, карсты, ш. уҡ уның ер өҫтөндәге сығанаҡтарын өйрәнеүсе инженерлыҡ геологияһы тармағы. К.ө.ғ. киң сәнәғәт һәм торлаҡ төҙөлөшөнә бәйле 20 б. 80‑се йй. үҫеш ала; геохимия, гидрогеология, геотехника һ.б. м‑н тығыҙ бәйләнгән. К.ө.ғ. дөйөм, төбәк, инженерлыҡ‑төҙөлөш һ.б. төрҙәргә айырыла. Төп бурыстары — терр‑яның карст хәүефлелеген өйрәнеү, объекттар тотошон күҙаллау, карсҡа ҡаршы иҫкәртеүсе инженерлыҡ‑төҙөлөш һаҡлауы булдырыу, кәрәк осраҡта карст мониторингыһы. Көнсығыш Европа тигеҙлегенең көнсығыш өлөшөндә карст күренештәрен тәүге тапҡыр Академик экспедицияларҙа (1768—74) ҡатнашыусылар П.И.Рычков, И.И.Лепёхин (1771, 1772), П.С.Паллас (1773, 1786, 1788), Н.П.Рычков (1770) һәм И.П.Фальк (1824) өйрәнә башлай. 1894—96 йй. Һамар—Златоуст т. юлын төҙөгәндә карсты инженерлыҡ‑геол. яҡтан тикшерә башлауға нигеҙ һалына, карсҡа ҡаршы станция төҙөлә (Д.Л.Иванов, М.Э.Ноинский). 1901 й. А.А.Крубер Өфө яйлаһының карст ҡатламдарын тасуирлай, 1915—16 й. В.А.Варсанофьева тарафынан карст һыуҙарын өйрәнеү башлана. М.А.Зубащенко тарафынан тәүге тапҡыр карсты районлаштырыу үткәрелә (1939). 50‑се йй. карст күренештәрен һәм формаларын классификациялау һәм төрҙәргә бүлеү (Г.А.Максимович), карстың теорияһы (В.А.Апродов), районлашыуы (З.А.Макеев) һәм гидрогеологияһы б‑са; файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтары формалашыуында карстың роле (И.И.Гинзбург, А.С.Хоментовский) һ.б.; карстың тектоника һәм неотектоника м‑н бәйләнеше (Г.В.Вахрушев, В.Д.Наливкин, А.П.Рождественский) т‑да хеҙмәттәр барлыҡҡа килә. 1961 й. С.П.Ткалич Өфөнөң карсын, 70‑се йй. А.Г.Чикишев — Өфө карст округын, Ағиҙел—Өршәк һәм Түб. Ағиҙел округтары м‑н Дим—Өфө карст провинцияһын тасуирлай. 1969—72 йй. Пермь карсты өйрәнеү ғилеме һәм спелеология ҒТИ‑ның Башҡ‑н филиалы (һуңыраҡ Башҡ‑н карсты өйрәнеү ғилеме һәм спелеология ҒТИ) эшләй; палеокарст коллекторҙарының нефтле һәм газлы булыу перспективалары өйрәнелә, К.ө.ғ. тикшеренеүҙәрҙең геофизик ысулдары индерелә (Н.С.Лиханов, В.Е.Малахова). 60‑сы йй. аҙағынан карсҡа гидрогеол. һәм гидрохимик тикше‑ реүҙәр үткәрелә (Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов). Карсты районлаштырыу схемалары нигеҙендә, ш. уҡ респ. терр‑яһында Ю.Е.Журенко һәм Рождественский тарафынан айырып күрһәтелгән (1962) морфоструктураларҙы иҫәпкә алып, карсты райондарға бүлеү башҡарыла (1972; В.И.Мартин): 5 провинция, 12 өлкә һәм 27 район билдәләнә. 80‑се йй. алып төҙөлөш төрҙәренең, ш. иҫ. элек яраҡһыҙ тип иҫәпләнгән терр‑яларҙа ла, артыуына бәйле инженерлыҡ‑төҙөлөш К.ө.ғ. әүҙем үҫешә. БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми‑тикшеренеү, проект-конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑ты, Көнбайыш Урал инженерлыҡ‑төҙөлөш эҙләнеүҙәре тресы һәм “Башкиргражданпроект” белгестәре төркөмө СССР-ҙа тәүге тапҡыр киләсәктә БР‑ҙың карсланған терр‑яһындағы биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың геототороҡлолоғон тәьмин итеү саралары күрһәтелгән ВСН 2‑86 (һуңыраҡ ТСН 302‑50‑95) инструкцияһы нигеҙендә ятҡан карсланған терр‑яларҙы үҙләштереү концепцияһын эшләп сығара. Шулай уҡ Рәсәйҙең СНиП 11‑02‑96, СНиП 22‑02‑2003 һәм СП 11‑105‑97 норматив документтары иҫәпкә алына. Эрей торған төп тоҡомдар һәм грунттар айырыла: карбонатлы, сульфатлы, галогендар, ш. уҡ кластик һәм ултырыусан грунттар. Өфөнөң карст хәүефлелеге прогнозы эшләнә һәм карсланған терр‑яларҙы, хәүефле экзоген процестарҙы районлаштырыу башҡарыла, тәүге тапҡыр сульфидлы карст һәм кластокарст зоналары булдырыла, ш. уҡ тигеҙлек һәм тау карсының сиктәре аныҡлана (А.И.Смирнов, А.И.Травкин); нигеҙҙәрҙең һәм фундаменттарҙың эштән сығыуы сәбәптәре, уларҙан ҡотолоу мәсьәләләре өйрәнелә. 1996 й. беренсе тапҡыр карст әүҙемләшеүенең 5 мотлаҡ шарты һәм уларҙың береһе булмаған осраҡта пассивация барлыҡҡа килеүе нигеҙләнә. Плита, свай һәм свай‑плита нигеҙҙәрендә карст убылыуына (Н.З.Готман, Д.А.Дәүләтйәров, А.Н.Жилин, В.А.Илюхин, А.И.Рыжков); карст зонаһында магистраль газ торбаларына (А.М.Шаммазов) һ.б. тикшеренеүҙәр үткәрелә. БР терр‑яһының 1:200000 масштаблы карсланыу карталары төҙөлә. Респ. ғалимдары ҡатнашлығында “Карстың инженерлыҡ геологияһы” мәктәп‑семинары (Өфө, 1980), К.ө.ғ. проблемалары б‑са бөтә Союз һәм халыҡ‑ара конференциялар (Мәскәү, 1982, 1990; Подольск, 1983; Һамар, 1990; Пермь, 1992, 2004; Екатеринбург, 2001) уҙғарыла. Тикшеренеү материалдары “Урал гидрогеологияһы” (“Гидрогеология Урала”; Н.Д.Буданов, 1964), “СССР‑ҙың гидрогеологияһы” (“Гидрогеология СССР”; 15‑се том, 1972), “Башҡортостан карсы” (“Карст Башкортостана”; 2002) һ.б. китаптарҙа дөйөмләштерелә. 2010 й. Э.И.Мөлөков тарафынан инженерлыҡ- төҙөлөш карстологияһы законы төҙөлә.

Әҙәб.: Чикишев А.Г. Карст Русской равнины. М., 1978; Мулюков Э.И. Карстовый процесс и строительное освоение закарстованных территорий Республики Башкортостан //Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 1999. Т.4. №3.

Э.И.Мөлөков

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: