Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВГАН Станислав Трофимович

Просмотров: 1076

КОВГАН Станислав Трофимович (16.11.1934, Өфө ҡ. — 14.12.2020, шунда уҡ), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1958) 140‑сы, 1959 й. алып 100‑сө почта йәшниге инженер-конструкторы, 1962 й. — Бөтә Союз “Союзнефтеавтоматика” ПБ‑ның (бөтәһе лә — Өфө ҡ.) баш инженеры. 1974 й. башлап ӨДАТУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1997—2009 йй. ӨДИСА‑ның теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре авиация двигателдәре деталдәреҡан урындарҙың тоташтырыу ышаныслылығы, ныҡлығы һәм герметиклығы теорияһына арналған. К. тарафынан фланецтарҙы һыр менән тоташтырыу теорияһы үҫтерелә һәм иҫәпләүе эшләнә, электронлы һыйышлыҡ юлы менән тоҡандырыу уйлап табыла һәм тикшерелә.

Хеҙм.: Расчёт герметичных соединений. М., 1984; Расчёт фланцевых соединений. Свердловск, 1989 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Л.В.Виноградов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021