Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛОВЕРТНОВ Геннадий Юрьевич

Просмотров: 812

КОЛОВЕРТНОВ Геннадий Юрьевич (1.6.1970, Жамбыл ҡ.), инженер‑электрик. Техник ф. д‑ры (2005). Ю.Д.Коловертновтың улы. Мәскәү техник ун‑тын тамамлаған (1993). 1997 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (2002—15 йй. ғилми‑тикшеренеү лаб. етәксеһе). Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ сәнәғәтенең етештереү процестарын автоматлаштырыу приборҙарын һәм системаларын эшләүгә арналған. К. етәкс. нефть һәм газ скважиналарын тикшереү өсөн мәғлүмәти үлсәү системалары (инклинометрҙар, ш. иҫ. бәләкәй габаритлы гироинклинометр), скважиналарҙың осондағы һәм забойҙағы параметрҙарын өйрәнеү өсөн приборҙар, электр йөрөткөстәр м‑н автоматик идара итеү системалары уйлап табыла. Асыштары БР һәм РФ-тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелә. “Газпром” ААЙ пр. лауреаты (1999). 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Приборы контроля пространственной ориентации скважин при бурении. Уфа, 2001 (авторҙ.).

А.Н.Краснов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019