Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРРОЗИЯ

Просмотров: 1515

КОРРОЗИЯ, металл изделиеларҙың һәм конструкция материалдарының өҫкө йөҙҙәрендә тирә‑яҡ мөхиттең компоненттары м‑н барған химик реакциялар арҡаһында үҙенән‑үҙе тарҡалыуы. Металдарҙың һәм иретмәләрҙең К. сәбәбе — уларҙың төрлө әүҙем коррозиялаусы мөхиттәрҙә термодинамик яҡтан тотороҡһоҙ булыуында. Процестың механизмы б‑са химик һәм электрохимик К. айырыла. Химик К. газдарҙағы (металдарҙың ҡоро, башлыса юғары т‑ралағы газдар, һауа, яғыулыҡ яныу продукттары кеүек һ.б. коррозия мөхите м‑н тәьҫир итешеүе) һәм шыйыҡ электролит булмағандарҙағы (нефть, бензин һ.б.) К. бүленә; йылытҡыс мейестәрҙең, эске яныулы двигателдәрҙең, газ турбиналарының, нефтехимик м‑н эшкәртеү аппараттарының һ.б. деталдәрендә, ш. уҡ металдарҙы һәм иретмәләрҙе алдан ҡыҙҙырып эшкәртеү (металдарҙы сүкеү, прокатлау, штамплау, термик эшкәртеү һ.б.) ваҡытында күҙәтелә. Электрохимик К. электролиттарҙа, атмосферала, диңгеҙҙә, ер аҫтында барған, контактлы һ.б. индерелә; электрохимик К. миҫалдары — төрлө металл конструкцияларҙың (күперҙәр, завод ҡоролмалары, транспорт саралары, йорт каркастары һ.б.) асыҡ һауала тутығыуы, йылға һәм диңгеҙ караптары тышлыҡтары К., ер аҫтында ҡорос үткәргес торбаларҙың, нефтехимиялағы эшкәртеү аппараттарының уларға технологик мөхиттәр тәьҫир иткәндә тутығыуы. Био‑К. (ер аҫты К. айырым осрағы, микроорганизмдар тәьҫиренән барлыҡҡа килә) һәм көсөргәнеш (К. мөхите м‑н бер үк ваҡытта металдағы механик һуҙылыу көсөргәнеше) тәьҫирендәге К. айыралар. Металдарҙың туранан‑тура К. дөйөм юғалтыу суммаһы тулайым милли продукттың 5%‑ын тәшкил итә. Башҡортостанда К. процестары б‑са тәүге тикшеренеүҙәр 1941—43 йй. Украина ССРы Фәндәр академияһы ғалимдары тарафынан улар эвакуацияла ваҡытта башлана. И.Н.Францевич етәкс. респ. нефть эшкәртеү з‑дтарында нефть эшкәртеү аппараттарын К. һаҡлау ысулдары эшләнә. 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында ӨНИ‑лә И.А.Шабалин етәкс. К. процестары теорияһы һәм коррозия ингибиторҙарын файҙаланыу б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 40‑сы йй. аҙ. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда резервуарҙарҙың һәм үткәргес торбаларҙың К. механизмын асыҡлау б‑са тикшеренеүҙәр башлана, уларҙы һаҡлау саралары табыла. 1969 й. нефть промыслалары ҡорамалдары К. б‑са тикшеренеүҙәр Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑на күсерелә, унда ҙур күләмдәге һыуланған нефттәрҙең, ҡатламдарҙағы, әйләнештәге һәм ағынты һыуҙарҙың үткәргес торбалар һәм нефть сығарыу, эшкәртеү, нефтехимия һәм химия производстволары ҡоролмаларының эске һәм тышҡы йөҙҙәренә тарҡатҡыс тәьҫире м‑н бәйләнгән К. процестары тикшерелә. ИПТЭР‑ҙа металдарҙың физик‑химик үҙсәнлектәре, ҡоролмаларҙың ышаныслығын алдан билдәләү һәм эштән сығыу сәбәптәрен асыҡлау б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр алып барыла. Нефть һәм газды сығарыу һәм күсереү ваҡытында К. һаҡлау технологиялары (ҡара: Һаҡлағыс ҡаплауҙар) эшләнә, магистраль үткәргес торбаларҙы изоляциялау өсөн ҡаплауҙар уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә (ҡара: Үткәргес торбаларҙы изоляциялау). 50‑се йй. алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда нефть сығарыу һәм эшкәртеү сәнәғәтендә К. һаҡланыу технологиялары булдырыла, К. ингибиторҙарын синтезлау б‑са эштәр башҡарыла (Ә.К.Ефимова, В.Н.Өмөтбаев һ.б.). “БашНИПИнефть” ин‑тында нефть промыслаһы ҡорамалдары һәм резервуарҙары өсөн һаҡлағыс ҡапламалар табыу, уларҙың сифатын һәм оҙайлы ваҡыт эшләй алыуын баһалау, биокоррозия һәм уны иҫкәртеү алымдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (А.А.Гоник, Р.Н.Липович, К.Р.Низамов һ.б.). 70‑се йй. башынан БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү, проект‑конструкторлыҡ һәм етештереү ин‑тында бетон һәм тимербетон коррозияһы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (Л.Ф.Балакирева, Г.Н.Гельфман, И.А.Нестеровская, А.Ф.Полак, В.В.Яковлев, Л.А.Яковлева һ.б.). ӨДАТУ‑ла 80‑се йй. башлап турбина һәм компрессор көрәксәләренең юғары т‑ралы газдарҙағы К., металдарҙың өҫкө йөҙөн ионлы имплантация һәм лазер нурланышы м‑н һаҡлау б‑са (Н.Ә.Әмирханова), 90‑сы йй. аҙ. — наноматериалдарҙың, ультра ваҡ бөртөклө иретмәләрҙең эре кристаллы аналогтары м‑н сағыштырғанда К. сыҙамлылыҡ үҙсәнлеген көсәйтеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. ӨДНТУ‑ла көсөргәнеш аҫтындағы К., илдең нефть‑газ комплекстарындағы металл ҡорамалдарының коррозион‑механик ныҡлығы өйрәнелә (И.Ғ.Абдуллин, Э.М.Гутман, А.Ғ.Гәрәев). Юғары эффектлы К. ингибиторҙарын эҙләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Д.Е.Бугай, М.Д.Вәлиев, Низамов). 1981 й. алып ӨДНТУ‑ла коррозионист‑механиктар әҙерләнә. Шулай уҡ ҡара: Коррозияға сыҙамлы материалдар.

Әҙәб.: Гоник А.А. Коррозия нефтепромыслового оборудования и меры её предупреждения. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1976; Улиг Г.Г., Реви Р.У. Коррозия и борьба с ней. Введение в коррозионную науку и технику. Л., 1989; Коррозионные свойства и повышение коррозионной стойкости объёмных наноструктурных материалов в сравнении с крупнокристаллическими. Уфа, 2011.

И.Ғ.Абдуллин, Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019