Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

Просмотров: 1120

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, коррозиялаусы мөхит м‑н химик йәки электрохимик тәьҫир итешеү ваҡытында тарҡалыуға тотороҡло материалдар. К.с.м. сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында һауала, окисланған һәм нейтраль мөхиттәрҙә сыҙамлы деталдәр, быуындар, аппараттар һәм конструкциялар яһау өсөн, футеровкалаусы (силикат блоктар, керамик плиткалар, к‑таларға сыҙамлы кирбестәр), герметиклаусы (герметиктар, резина), һаҡлағыс материалдар сифатында ҡулланыла. Металл (коррозияға сыҙамлы иретмәләр, биметалл материалдар, металл матрицаһы булған композицион материалдар) һәм металл булмаған (органик булмаған, органик һәм композицион материалдар) К.с.м. айырыла. К.с.м. шулай уҡ һаҡлағыс ҡаплауҙар, коррозияға сыҙамлы иретмәләргә легирлау өҫтәмәләре сифатында файҙаланылған коррозияға ҡаршы материалдарҙы индерәләр. Органик булмаған К.с.м. к‑таларға сыҙамлы тәбиғи (асбест, балсыҡ, кварц ҡомо һ.б.), силикат (быяла, ситалдар, керамик материалдар, эмалдәр) материалдар, ш. уҡ интерметаллидтар инә. Тәбиғи (ағас, битумдар, асфальт) һәм синтетик (пластик массалар, ыҫмалалар, резиналар һ.б.) органик К.с.м. айыралар; улар органик эреткестәр йәки көслө окисландырыусы, яҡтылыҡ тәьҫирендә тарҡала. Башҡортостанда К.с.м. сифаты б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 40‑сы йй. алып барыла. 1940—43 йй. И.Н.Францевич тарафынан Башнефтекомбинат (ҡара: “Башнефть”) хеҙм‑рҙәре м‑н берлектә нефтехимия аппараттары өсөн коррозияға ҡаршы ҡаплауҙар уйлап табыла. 70‑се йй. алып БР‑ҙың Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект‑конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында төҙөлөш конструкцияларын коррозиянан һаҡлау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм материалдар эшләнә (Л.Ф.Балакирева, О.А.Бородин, Г.Н.Гельфман, В.И.Дедков, С.И.Кокорев, С.Ш.Сайтиев, Г.В.Тэненбаум, В.В.Яковлев, Л.Н.Ястребова). 80‑се йй. ӨАИ‑ла үтә һығылмалы деформация (ҡара: Үтә һығылмалылыҡ) һәм титан иретмәләренең үҙенсәлектәрен оптимизациялау (Г.А.Салищев һ.б.) б‑са фәнни тикшеренеүҙәр; ӨНИ‑лә — технологик ҡорамалдарҙа, газ торбаларында һ.б. файҙаланылған К.с.м.; Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында тутыҡмай торған ҡоростоң коррозияға сыҙамлы үҙенсәлектәрен субмикрокристаллик һәм нанокристаллик структуралар формалаштырыу иҫәбенә һаҡлап ҡалып, уның ныҡлығын арттырыу (Р.Ғ.Зарипова, Салищев, К.Ғ.Фәрхетдинов) б‑са тикшеренеүҙәр уҙғарыла; газ турбиналы двигателдәрҙең көрәксәләрен үтә һығылмалы итеп деформациялау технологиялары эшләнә, улар БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәре пр‑тиеларында индерелә (А.Г.Ермаченко, О.Ә.Ҡайбышев). Респ. К.с.м. машиналар эшләү, химия, нефть эшкәртеү сәнәғәте пр‑тиеларында киң ҡулланыла, мәҫ., Белорет металлургия комбинатында тутыҡмай торған ҡоростан тимерсыбыҡ һәм прокат сығаралар һ.б.

Әҙәб.: Бугай Д.Е. Коррозионностойкие материалы. Уфа, 1997.

Р.Ғ.Зарипова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: