Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ

Просмотров: 1078

КАТАЛИТИК КРЕКИНГ, нефть сеймалын катализаторҙар ҡулланып деструктив эшкәртеү процесы. К.к. сеймалды 475—540°С т‑рала реактор һәм регенератор араһында әйләнеп йөрөүсе катализатор (эҙмә‑эҙлекле крекинг һәм өҫтөнә ултырған коксты яндырып әүҙемлеген ҡайтарыу стадияларында ҡатнаша) м‑н контактҡа индереп үткәрәләр. Донъялағы нефть эшкәртеү з‑дтарында К.к. технологик ҡоролмаларының цеолитлы шар һәм микросфера рәүешендә синтетик катализаторҙары булған төрлө модификациялары бар. К.к. ваҡытында углеводород молекулаларында углерод‑углерод бәйләнештәренең өҙөлөүе, уларҙың изомерлашыуы, деалкиллашыуы, дегидроцикллашыуы, полимерлашыуы, конденсанцияланыуы һ.б. бара. Башҡортостанда К.к. бөтә нефть эшкәртеү з‑дтарының технологик схемаларына инә; юғары т‑рала ҡайнаусы нефть фракцияларынан бензин алыу өсөн тәғәйенләнгән. К.к. ҡоролмаларының һуңғы модификацияларында вакуум газойлен эшкәрткәндә юғары октанлы бензиндың сығышы 50%‑тан артыҡ. К.к. процесында ш. уҡ бензин компоненттарын сығарыу өсөн фай ҙаланылған майлы газ, дизель яғыулыҡтары, ҡаҙанлыҡ яғыулыҡтары компоненттарын һәм техник углерод һ.б. нефть продукттарын сығарыу өсөн сеймал булып хеҙмәт иткән, еңел һәм ауыр газойлдәр алына. Тәүге тапҡыр ул 1952 й. Өфө нефть эшкәртеү заводында индерелгән. 1955—58 йй. 18‑се комб‑тта (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) өс К.к. ҡоролмаһы үҙләштерелә. 1963 й. КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑ында (ҡара: “Уфанефтехим”) — 1А/1М К.к. ҡоролмаһы, 1995 й. Өфө НЭЗ‑ында газойль К.к. блогы булған Г‑43‑107 ҡоролмаһы индерелә. Процесты камиллаштырыу һәм К.к. тәж. ҡоролмаһын үҙләштереү б‑са тикшеренеүҙәр 40‑сы йй. аҙ. — 50‑се йй. башында Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ‑нда башлана (Н.М.Шестакова, А.С.Эйгенсон һ.б.). 50‑се йй. уртаһынан алып Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Г.А.Берг, Ә.Я.Зәйетова, Р.М.Мәсәғүтов һ.б.) һәм ӨНИ‑лә (М.Е.Левинтер, Ж.Ф.Ғәлимов һ.б.) К.к. ҡоролмаларының етештереүсәнлеген күтәреүгә йүнәлтелгән эштәр башҡарыла. 

Әҙәб.: Масагутов Р.М., Берг Г.А. Методы очистки сырья каталитического крекинга. М., 1966; Крекинг нефтяных фракций на цеолитсодержащих катализаторах. М., 1982; Имашев У.Б. Промышленная органическая химия на предприятиях Республики Башкортостан. Уфа, 2000.

Ж.Ф.Ғәлимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: