Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ

Просмотров: 1065

СӘНӘҒӘТ КАТАЛИЗЫ, катализды химия, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәтендә ҡулланыу. Донъя производствоһының дөйөм күләмендә барлыҡ продукцияның яҡынса 18%‑ын тәшкил иткән 300‑ҙән ашыу (дөйөм һандың 80—90%‑ы) каталитик процесс файҙаланыла. Органик булмаған синтезда — көкөрт кислотаһы, азот кислотаһы етештереүŸеœ каталитик процестары, аммиак синтезы һ.б.; органик синтезда гидрирлау (майҙарҙы гидрогенизациялау, бензолдың – циклогексанға, нитробензолдың анилинға әүерелеүе), полимерлашыу, галогендарҙы ҡушыу, фталь ангидриды алыу өсөн нафталинды окислау реакциялары, метил спирты, этил спирты, ацетилендан альдегид һәм винилхлорид, синтетик каучуктар алыу өсөн мономерҙар синтезлау реакциялары һ.б. ҡулланыла. Нефтте эшкәрткәндә каталитик крекинг, алкиллаштырыу, каталитик риформинг, гидрокрекинг, изомерлаштырыу, гидротаҙартыу файҙаланыла. Күмерҙе каталитик эшкәртеп, синтетик шыйыҡ яғыулыҡ алалар. Иң эре күләмле процестарға этилендың – этиленоксидҡа, метил спиртының – формальдегидҡа, пропилендың акролеинға окисланыуы ҡарай. С.к. ш. уҡ бүленеп сыҡҡан газдарҙы (ағыулы органик ҡушылмаларҙы углерод оксидына өҫтәмә рәүештә окислап) таҙартыр өсөн ҡулланалар. Башҡортостанда нефть эшкәртеүҙә цеолитлы, алюмосиликатлы катализаторҙарҙа барған каталитик крекинг (ш. иҫ. автомобиль бензины һәм дизель яғыулығы компоненттарын алыр өсөн), дизель фракцияларын көкөртлө берләшмәләрҙән кобальт, молибден, никель, алюминлы катализаторҙарҙа гидротаҙартыу, бензин фракцияларын (октан һанын арттырыу өсөн) платиналы һәм платина‑ренийлы катализаторҙарҙа каталитик риформинг процестары иң ҙур күләмде тәшкил итә. Юғары калориялы авиация яғыулығын ароматик углеводородтарҙы вольфрам, никель сульфидтары, алюмин оксиды булған катализаторҙарҙа гидрирлап алалар. С.к. ш. уҡ ҙур күләмле органик булмаған продукттар — тәбиғи газдан никелле катализаторҙарҙа техник водород, тимерле катализаторҙарҙа аммиак, сульфованадийлы катализаторҙарҙа көкөртлө газды окислап, көкөртлө ангидрид алыр өсөн ҡулланалар; ҙур күләмле органик продукттар — көмөшлө катализаторҙарҙа этилен оксиды, цинк, тимер, хром оксидтары булышлығында стирол, хром оксиды ярҙамында каучуктар етештере¢ маšсатында мономерҙар һ.б. алыу өсөн файŸаланалар. Металл комплекслы катализ киң ҡулланыла. Алюмин хлоридтары һәм алкилхлоридтары комплекстарын ҡулланып полиизобутилен, Циглер—Натт катализаторҙары булғанда (титан, вольфрам галогенидтарының алюминалкилдар йәки алюминалкилгалогенидтар м‑н тәьҫирләшеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән комплекслы берләшмәләр) полиизопрен һәм этилен‑пропиленлы каучуктар синтезлау процестары индерелә. С.к. ярҙамында сәнәғәт газдарын көкөртлө органик ҡушылмаларҙан таҙартыу, автомобиль транспортының төтөн сығарыу газдарын тулы яндырыу һ.б. экология проблемалары хәл ителә.

Әҙәб.: Д о л г о в Б.Н. Катализ в органической химии. Л., 1959; М а с а г у т о в Р.М., М о р о з о в Б.Ф., Д а н и л о в а Р.А. Отравление металлами и старение катализаторов крекинга. М., 1968; П р о к о п ю к С.Г., М а с а г у т о в Р.М. Промышленные установки каталитического крекинга. М., 1974.

Р.М.Мәсәғүтов

Тәрж. Ф.А.Ғималова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019