Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР

Просмотров: 793

КРЕМНИЙОРГАНИК ПОЛИМЕРҘАР, макромолекулаһының элементар звеноһында кремний атомдары булған элементорганик полимерҙар төрө. К.п. органик булмаған (кремний атомдары кислород, азот, көкөрт атомдары м‑н сиратлашып килә), органик‑органик булмаған (кремний атомдары углерод атомдары м‑н сиратлаша) һәм органик (ситке төркөмдәрендә кремний атомдары бар) сылбырлы полимерҙарға бүленә. Полиорганосилоксандарҙа төп сылбырҙа кислород һәм кремний атомдары ситке метил һәм фенил төркөмдәре м‑н сиратлашып килә. Һыҙыҡлы һәм арауыҡлы; тармаҡланған, цикллы‑һыҙыҡлы һәм ҡораулы; түбән (2•102—2•105) һәм юғары (3•105—8•105) молекулалы полиорганосилоксандарҙы айыралар. Агрегат торошо б‑са уларҙы ҡуйы шыйыҡсаларға (олигомерҙар), юғары ҡуйылыҡтағы эластомерҙарға (полимерҙар һәм каучуктар) һәм ҡаты мурт быялаға оҡшаш матдәләргә (тармаҡланған һәм ҡораулы К.п.) бүләләр. Тығыҙлығы 860—1180 кг/м3; индифферент, төҫһөҙ, еҫһеҙ, химик яҡтан инерт, органик эреткестәрҙең күбеһендә эрейҙәр (алифатик һәм ароматик углеводородтар, уларҙың галоген сығарылмалары, кетондар, эфирҙар һ.б.), спирттарҙа һәм һыуҙа эремәйҙәр. Түбән ҡатыу т-ралары, эҫегә, һыуға, атмосфера үҙгәрештәренә һәм радиацияға ныҡ сыҙамлылыҡ, диэлектрик һәм гидрофобия сифаттары, өҫкө йөҙ тартылышының түбән, ҡуйылығы т-раға аҙ бәйле булыуы, юғары ҡыҫылыусанлыҡ хас. Башҡортостанда К.п. полимер материалдар ҡойоу һәм преслау процестарында адгезияға ҡаршы майлағыс сифатында (“Уфаоргсинтез” ААЙ‑ы, “Башсантехмонтаж” тресының Өфө санитар‑техник әҙерләмәләр з‑ды), ҡойоу производствоһында (ӨМЭПБ) ҡулланалар. Ғилми‑тикшеренеү эштәрендә гексаметилдисилоксанды ядро‑магнит резонанслы спектроскопияла эталон матдә, полиметил(фенил)силоксанды хроматографияла — хәрәкәтһеҙ фаза, силикон майын йылылыҡ йөрөтөүсе итеп ҡулланалар. 80‑се йй. Химия ин‑тында (Ю.А.Сангалов) шыйыҡ полиорганосилоксандарҙы гомоген, ҡатламдарға таралыуға сыҙамлы полиизобутиленлы технологик ҡушылмалар сығарыуҙа ҡулланыу, блок‑сополимерҙарҙы — поли(изобутиленсилоксан) — полимерҙар ҡушылмалары өсөн берләшеүсе агенттар сығарыуҙа, олефиндарҙы полимерлау һәм полиэтиленды легирлауҙағы Циглер‑Натт катализаторҙарын модификациялау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Шулай уҡ винилсилил эфирлы изобутилен сополимерҙары — ситке төркөмөндә кремний булған К.п. варианттары синтезлана. 80‑се йй. БДМИ‑ла (В.А.Лиходед) тирене агрессив мөхиттән һаҡлаусы биол. актив силикон паста уйлап табыла.

Ю.А.Сангалов

Тәрж.Г.Ю.Ғатауллина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: