Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ

Просмотров: 1091

КРИСТАЛДАР ХИМИЯҺЫ, кристалдарҙағы арауыҡта урынлашыуҙы һәм химик бәйләнештәрҙе, ш. уҡ кристалл матдәләрҙең физик һәм химик үҙсәнлектәренең уларҙың төҙөлөшөнә бәйләнешле булыуын өйрәнеүсе фән. Кристаллография, минералогия, стереохимия, физик химия, нестехиометрия м‑н, катализаторҙар, цеолиттарҙың ион алмаштырыу үҙсәнлектәре, юғары үткәреүсәнлек, ярым үткәргестәр, эпитаксия, һыуҙың, эретмәләрҙең кристалға оҡшаш структураһы т‑дағы һ.б. фәндәр м‑н бәйле. Кристалдарҙың структураһы т‑дағы мәғлүмәттәрҙең сығанағы булып рентген структуралы анализ, структуралы электронография һәм нейтронография тора, улар атом‑ара алыҫлыҡтарҙы һәм валентлыҡ мөйөштәрен үлсәргә мөмкинлек бирә. Төрлө матдәләрҙең, ш. иҫ. аҡһымдарҙың һәм вирустарҙың, меңдәрсә кристаллы структураһы билдәләнгән. К.х. төп маҡсаты — кристаллы структураларҙы системалау һәм уларҙың химик бәйләнештәре төрҙәрен тасуирлау. К.х. кристалдарҙағы химик бәйләнештәрҙе түбәндәге төрҙәргә айыра: ионлы (донор‑акцепторлы), металлы (электрон газы барлыҡҡа килтереүсе дөйөмләштерелгән валентлыҡ электрондары м‑н), ковалентлы, йәки атомлы (атомдар ҡапма‑ҡаршы спинлы валентлыҡ электрондары м‑н бәйләнгән), вандерваальс бәйләнеше, йәки ҡалдыҡлы бәйләнеш (катион һәм анион валентлыҡтарының электр заряды дәүмәле бер тиң булмауға бәйле). Йыш ҡына төрлө матдәләрҙең структураһы оҡшаш була (изоструктуралы матдәләр), ш. уҡ кристаллы структураларҙың изоморфизмы (кристаллы рәшәткә төйөндәрендәге иондарҙың бер өлөшө радиустары һәм валентлыҡтары яҡын булған икенсе элементтарҙың иондары м‑н алмаштырылған) һәм полиморфизмы (төрлө шарттарҙа алынған бер үк матдәнең төҙөлөшө төрлөсә була) күҙәтелә. Гомо‑ һәм гетеродесмик кристаллы структураларҙы айырып ҡарайҙар. Гомодесмик (координацияланған) структураларҙа бөтә атомдар ҙа бер иш химик бәйләнештәр м‑н берләштерелгән. Гетеродесмик структураларҙың эсендә атомдары ныҡлы (ғәҙәттә ковалент), ә фрагменттар үҙҙәре ионлы йәки вандерваальс бәйләнештәре м‑н тоташа. Фрагменттың төрөнә ҡарап алюмосиликаттарҙы классификациялауҙың нигеҙе булып торған утраулы, сылбырлы, ҡатламлы һәм каркаслы структураларҙы айыралар. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Молекулалар һәм кристалдар физикаһы институтында Геология ин‑ты м‑н берлектә билдәле үҙсәнлекле кварц һәм аметист кристалдарын үҫтереү шарттарын табыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла (И.А.Хәйретдинов, А.Н.Чувыров һ.б.). БДУ‑ла Р.Н.Ғимаев етәкс. ион алмаштырыусы цеолиттарҙың сифаты уларҙың кристаллы структураһының үҙсәнлектәренә бәйле булыуын, Р.Ә.Яҡшыбаев етәкс. ҡаты электролиттарҙа иондарҙың тиҙ күсерелеш К.х. үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Әҙәб.: Китайгородский А.И. Органическая кристаллохимия. М., 1955;  Бокий Г.Б. Кристаллохимия. 3‑е изд., перераб. и доп. М., 1971;  Кребс Г. Основы кристаллохимии неорганических соединений. М., 1971.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: