Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ

Просмотров: 1643

РЕНТГЕН СТРУКТУРАЛЫ АНАЛИЗ, рентген нурҙары (тулҡын оҙонлоғо 10‑4—102 Å булған электр-магнит нурланышы) дифракцияһы күренешенә нигеҙләнгән матдә тикшереү ысулы. Нурланыштың матдә м‑н тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән дифракция һүрәтендә рентген нурҙары сәселгән объекттың структур үҙенсәлектәренә һиҙгер булған когерент һәм когерент булмаған (диффузиялы) сәселеүе күҙәтелә. Р.с.а. объект структураһын уның дифракцияһы һүрәте б‑са билдәләргә мөмкинлек бирә. Кристалдарҙың составын, уларҙа атомдарҙың урынлашыуын һәм яңыса урынлашыу процестарын, эретмәләрҙең торошо диаграммаһын, үтә туйындырылған ҡаты эретмәләрҙең тарҡалыуын өйрәнеү, кристаллиттарҙың эске көсөргәнешлеген, үлсәмдәрен һәм уңайлы йүнәлеш алыуын (текстураһын) билдәләү һ.б. өсөн ҡулланыла. Рентген дифракция микроскопияһы (рентген топографияһы) кристалдарҙың мозаика структураһын тикшереү, дислокацияларҙы табыу, субструктура төҙөгән өлөштәрҙең үлсәмдәрен һәм уларҙың йүнәлеш юғалтыуын, суббөртөклө сиктәрҙең тибын тикшерергә мөмкинлек бирә. Башҡортостанда Р.с.а. 20 б. 60‑сы йй. аҙ. үҫешә. Геология ин‑тында һәм Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда К.М.Ямалиев етәкс. мәғдән, минералдар составы, иретмәләрҙең рентген нурҙарын диффузиялы сәсеүе тикшерелгән, һөҙөмтәләре үткәргес торбаларҙың ышаныслы һәм сыҙамлы булыуын арттырыр өсөн файҙаланылған (В.М.Ағишев, Ямалиев). 70‑се йй. БДУ‑ла Р.с.а. ысулы м‑н магнит материалдарҙың структураһы һәм үҙсәнлектәре өйрәнелә (Х.Я. Мөлөков, В.В.Парфёнов, К.В. Парфёнов). 80‑се йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (Б.Ф.Абдуллин) наноструктур материалдарҙы тикшергәндә тәүге__ тапҡыр Р.с.а. ҡулланыла; БДУ‑ла синтезланған химик берләшмәләрҙең структураһы билдәләнә. Р.с.а. һәм рентген дифракция микроскопияһы ысулдары м‑н кварцтың синтетик монокристалдарының дефектлы структураһы өйрәнелә, уларҙың юғары пьезоэлектрик үҙсәнлектәре булғандарын алыу ысулы табыла; кварцтың билдәле бер юл м‑н ойошторолған ныҡ үҫешкән дефектлы субструктураһы унан яһалған резонаторҙарҙың радиотехник үҙсәнлектәрен (яҡшы сифатлылығын) яҡшырта (Р.М. Мәзитов); эре кристаллик өлгө м‑н сағыштырғанда наноструктуралы баҡырҙың Дебай т‑раһы ҡиммәте кәмеүе (19—21%) билдәләнә (И.В. Александров, Мәзитов һ.б.); кристаллографик текстураларҙың тибы м‑н бөртөктәр сиге йүнәлештәре юғалыуының мөмкин булған спектры араһындағы бәйләнеш билдәләнә (А.П.Жиляев, А.И.Пшеничнюк). ӨДАТУ‑ла (Александров, А.А.Дубравина, А.Р. Килмәмәтов) дөйөм күренештәге эксперименталь рентгенограммаларҙы анализлау, когерент сәселеү өлкәләре үлсәмдәрен һәм кристаллик рәшәткәнең дислокация контрасын иҫәпкә алып һығылмалы микробоҙолоуҙарҙы иҫәпләү ысулдары үҫтерелә, пластик деформация һәм күләмле наноструктур хәлдәр формалашҡанда металдарҙағы бөртөктәрҙең күберәк кристаллографик йүнәлеш алыуы тикшерелә һәм анализлана. Р.с.а. БДУ‑ла (Р.Ф.Әлмөхәмәтов, Р.Ә. Яҡшыбаев) суперионлы үткәргестәрҙе, материалдарҙың структураһын һәм магнит үҙсәнлектәрен; Молекулалар һәм кристалдар физикаһы ин‑тында (Ю.А. Лебедев) өлөшләтә тәртипкә һалынған матдәләрҙең һәм полимерҙарҙың структураһын һәм үҙсәнлектәрен; Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында (В.Н. Даниленко) — наноструктур хәлдәге металдарҙы һәм иретмәләрҙе; Нефтехимия һәм катализ ин‑тында (Л.М. Хәлилов, Я.Л.Шестопал) цеолитлы наноструктур катализаторҙарҙы тикшереү өсөн ҡулланылған. СДПА‑ла (Н.Н. Бикҡолова) нейтрондарҙы һығылыусан сәселеү һәм рентгенография ысулдары м‑н стехиометрик булмаған составтарҙағы баҡыр селенидтарының структур үҙенсәлектәре тикшерелә. Шулай уҡ ҡара: Кристалдар химияһы, Металлофизика.

В.И.Даниленко, Р.М.Мәзитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: