Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИЛЛИ БАНК

Просмотров: 953

МИЛЛИ БАНК, Башҡортостан терр‑яһында РФ‑тың Үҙәк банкыһы функцияларын, ш. иҫ. түләү системалары эшенең һөҙөмтәлелеген тәьмин итеүҙе, аҡса‑кредит көйләнешен, банк күҙәтеүен, ҡулдағы аҡса әйләнешен ойоштороуҙы һ.б., башҡарған учреждение. Өфөлә урынлашҡан. Составында БР‑ҙың ҙур ҡалаларында урынлашҡан 7 иҫәп‑касса үҙәге бар (2013). Рәсәй империяһы Дәүләт банкыһының Өфө бүлеге 1865 й. асыла. 19 б. уртаһында Өфө губернаһы башлыса а.х. төбәге була, шуға күрә Өфө бүлеге күбеһенсә а.х. һәм “икмәк операциялары”на кредит биреүҙе тормошҡа ашыра. 20 б. башында Һамар—Златоуст тимер юлындағы элеваторҙар төҙөлөшөнә аҡса бүлә. Революциянан (1917) һуң уның нигеҙендә РСФСР Халыҡ банкыһының Өфө бүлеге ойошторола (1921 й. алып РСФСР Дәүләт банкыһы), 1922 й. алып РСФСР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н респ. контораһы (1923 й. СССР Дәүләт банкыһы), 1987 й. алып СССР Дәүләт банкыһының Башҡ‑н респ. идаралығы, 1990 й. алып БССР б‑са РСФСР Дәүләт банкыһының Баш идаралығы (1991 й. алып РСФСР Үҙәк банкыһы), 1992 й. ғин. алып РФ Үҙәк банкыһының БССР М.б., 1992 й. февр. алып Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының БР М.б., 2014 й. — Рәсәй Федерацияһы Үҙәк банкыһының Урал баш идаралығы бүлексәһе Башҡортостан Республикаһы Милли банкы. РФ‑та тәүгеләрҙән булып электрон иҫәпләүҙең төбәк системаһын (1993), РАБИС‑2 төбәк автоматлаштырылған банк мәғлүмәт системаһын (1998), соц. карталар (2006) индерә. Банк кураторҙары институтын (2003), кредит тарихы бюроһын, БР кредит ойошмалары ассоциацияһын (ҡара: Коммерция банкыһы) ойоштороуҙа ҡатнаша. Банкыларҙың реаль иҡтисад секторы м‑н бәйләнешен тәьмин итеү, ш. уҡ кредит ойошмаларының тотороҡлолоғон арттырыу стратегияһын эшләү өсөн РФ Үҙәк банкыһының “Предприятие мониторингыһы” программаһын тормошҡа ашыра. Банк бүлексәләренең һаны б‑са (1585 берәмек) Волга буйы федераль округында 2‑се һәм РФ‑та 5‑се урында тора (2013). БР М.б. м‑н Ә.Н.Ҡормаев, М.Ш.Сәғитдинов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 

Б.Ф.Хисмәтуллин

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019