Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛХОЗ

Просмотров: 1401

КОЛХОЗ, коллектив хужалыҡ, а.х. производствоһын бергә алып барыу өсөн берләшкән крәҫтиәндәрҙең кооператив ойошмаһы. Илдә тәүге коллектив хужалыҡтар 1918 й. барлыҡҡа килә башлай. Уларҙың матди‑техник базаһы айырым крәҫтиән хужалыҡтарының төп етештереү сараларын дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә булдырыла. Коллектив хужалыҡтарҙың 3 формаһы эшләгән: ауыл хужалығы коммунаһы, ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте һәм а.х. артеле, улар етештереү сараларын дөйөмләштереү кимәле һәм килемде бүлеү ысулы м‑н айырыла. 1918 й. уртаһында Өфө губернаһында коллектив хужалыҡтар коммуналарҙан (33%) һәм а.х. артелдәренән (67%) тора. 1922 й. респ. 121, 1926 й. аҙ. — 201 коллектив хужалыҡ иҫәпләнә. Респ. етештереү сараларын дөйөмләштереү кимәле 1‑се табл. бирелгән. 1929 й. июненә ҡарата респ. 1221 ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте, 300 а.х. артеле һәм 38 коммуна булған. 30‑сы йй. башынан а.х. артеле (киләсәктә К. тип атала башлай) коллектив хужалыҡтарҙың төп формаһына әүерелә. Коллективлаштырыу барышында 1930 й. июненә ҡарата 2494 К. (шуларҙың 86,1%‑ы а.х. артеле, 11,7%‑ы — ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәте һәм 2,2%‑ы — коммуна) төҙөлгән. К. нормаль эшмәкәрлек алып барыуҙың иң мөһим шарттарының береһе булып дәүләттең ер төҙөлөшө эштәрен (ҡара: Ер төҙөлөшө) үткәреүе була. К. техник яҡтан машина-трактор станциялары тарафынан хеҙмәтләндерелә. К. өсөн уңайлы иҡт. шарттар тыуҙырыла: шаҡтай һалым ташламалары, а.х. машиналары, инвентарь, йылҡы, тоҡом малы, сортлы орлоҡтар һ.б. һатып алыу өсөн кредит биреү. 1929 й. К. яҙғы сәсеү майҙандары арта һәм бөтә сәсеү майҙанының 9,1%‑ына етә, уларҙың респ. иген әҙерләүенә индергән өлөшө 14,1%‑ҡа тиклем күтәрелә, иген культураларының уртаса уңдырышлылығы дисәтинәнән 42,7 бот тәшкил итә. Респ. сәсеү майҙандарының яҡынса 75%‑ы К. ҡарай. 1931 й. аҙ. 346,1 мең (65%) ярлы‑урта хәлле хужалыҡты берләштергән 3566 К. була. 1940 й. К. үҫемлекселектең тауарлылығы 48,6%‑ҡа тиклем, малсылыҡтыҡы — 30%‑ҡа тиклем үҫә. К. а.х. малдары һаны респ. дөйөм мал башы һанына сағыштырма өлөшө һыйыр малы б‑са 34%, һарыҡ һәм кәзә — 35, сусҡа — 59, йылҡы б‑са 88% тәшкил итә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында К. армияны һәм халыҡты аҙыҡ‑түлек, менге аттар һ.б. м‑н тәьмин итеүҙә хәл иткес роль уйнай. 50—80‑се йй. респ. бер нисә тапҡыр К. эреләтеү һәм бүлеү үткәрелә, уларҙың нигеҙендә совхоздар төҙөлә (ҡара: 2‑се табл.). 70—90‑сы йй. К. а.х. тулайым продукцияһының 50%‑тан ашыуын һәм тауар продукцияһының 40%‑тын етештерә (ҡара: 3‑сө табл.). 1990 й. игендең тауарлылығы 28%, йәшелсәләрҙеке — 78, техник культураларҙыҡы — яҡынса 99, иттеке — 95, һөттөкө 3% тәшкил итә. 70—90‑сы йй. юғары килемле хужалыҡтар: “Ҡыҙаш”, К.Маркс ис. колхоз (ҡара: Йәнекәев Р. исемендәге ауыл хужалығы производство кооперативы), Куйбышев В.В. исемендәге колхоз, “Дуҫлыҡ”, Салауат исемендәге колхоз, Калинин М.И. исемендәге колхоз һ.б. 90‑сы йй. башында баҙар иҡтисадына күсеү башланғас, респ. а.х. күп укладлыға әйләнә: К. күп өлөшө хужалыҡ итеүҙең һәм милектең яңы ойоштороу‑хоҡуҡ формаларына [крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһы, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, АХПК һ.б.] үҙгәртелә. Колхоз производствоһы үҫеше м‑н Р.Б.Асаев, Р.Ғ.Баһауетдинов, Х.Ф.Вәлиев, М.М.Ғәлиев, Ү.Н.Зәйнәшев, Р.С.Йәнекәев, И.П.Крючков, Х.М.Ҡәйүмов, Т.С.Нәжмиев, Ә.Л.Рахманов, Ғ.Х.Сираев, Ә.Ш.Шәрипов, Р.З.Әлимғафаров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Р.А.Борханов

Тәрж. Г.А.Миһранова

1‑се табл.

1 9 2 8 й.  коллектив  хужалыҡтарҙың  төрлө  формаларында  етештереү сараларын  дөйөмләштереү  кимәле, %

 

Коллектив хужалыҡ формалары

коммуна

артель

хужалыҡтар

Сәсеү майҙаны

99,5

63,8

42,8

Эш малы

94

22

5

Продукция бирә торған мал

97

17

2,5

Тупраҡ эшкәртеү машиналары

98

45

26

Урып-йыйыу машиналары

100

95

49

Ашлыҡ һуҡҡыстар

100

72

37

Сәскестәр

100

95

49

2‑се табл.

Колхоздарҙы  эреләтеү  динамикаһы

Күрһәткестәр

1940

1950

1960

1970

1980

1990

Колхоздар һаны

3982

2164

721

636

629

700

1 колхозға уртаса:

 

 

 

 

 

 

Хужалыҡтар һаны

109

177

437

429

403

346

Сәсеү майҙандары, га

783

1269

4118

4346

4683

3902

Һыйыр малы, баш

80

160

754

1481

1852

1631

ш. иҫ. һыйырҙар, баш

27

40

239

427

557

471

Сусҡалар, баш

31

87

820

955

1020

881

Һарыҡ һәм кәзәләр, баш

195

408

1492

1593

1678

1069

Йылҡы, баш

116

115

250

222

188

166

Тракторҙар, дана

2

5

150

30

34

37

Иген йыйыу комбайндары, дана

1

3

10

16

15

17

Йөк машиналары, дана

0

60

98

13

15

19

3‑сө табл.

1 9 7 0 — 1 9 9 0 й й. Башҡортостанда  ауыл  хужалығының  тулайым  һәм  тауар  продукцияларында колхоздарҙың  сағыштырма  өлөшө,  %

Продукция төрҙәре

Тулайым продукция етештереүҙә

Тауар продукцияһында

1970

1980

1990

1970

1980

1990

Иген

79

68

66

65

67

67

Шәкәр сөгөлдөрө

99

89

85

90

90

86

Көнбағыш

83

81

69

81

76

68

Картуф

19

19

13

42

33

34

Йәшелсә

23

16

21

46

32

29

Ит

34

33

33

60

63

54

Һөт

41

47

44

66

69

69

Йөн

35

42

43

50

54

51

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019