Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛЛЕКТИВЛАШТЫРЫУ

Просмотров: 1533

КОЛЛЕКТИВЛАШТЫРЫУ, 1920 йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында яңғыҙаҡ крәҫтиән хужалыҡтарын бөтөрөү һәм а.х. продукцияһы етештереүҙең төп сараларын берләштереү юлы м‑н күпләп коллектив хужалыҡтар (колхоздар) ойоштороу. Башҡортостанда тотош К. 1929 й. көҙөндә башлана, окт. башында крәҫтиән хужалыҡтарының 8,6%‑ы коллективлаштырыла, шуларҙың 81%‑ы ярлы һәм батрак хужалыҡтар була (ҡара: Крәҫтиәндәр). ВКП(б) ҮК‑ның 1930 й. 5 ғин. “Коллективлаштырыу темпы һәм колхоз төҙөлөшөнә дәүләт ярҙамы күрһәтеү саралары тураһында” ҡарарына ярашлы БАССР‑ҙа К. 1932 й. яҙында тамамланырға тейеш була. Иреклелек — К. төп принцибы тип иғлан ителә, ләкин к‑здарҙы көс м‑н ойоштороу, кантондарға, улус һәм ауыл советтарына заданиелар биреү киң тарала. Крәҫтиәндәрҙе законһыҙ рәүештә күпләп ҡулға алыу, к‑зға инергә теләмәгән урта хәллеләргә, хатта ярлыларға һалым һалыу ярҙамында 1930 й. март башына ауыл халҡының күпселек өлөшө к‑здарға йәлеп ителә. Башҡортостан тотош К. республикаһы тип иғлан ителә. 1930 й. мартына крәҫтиән хужалыҡтарының 96,6%‑ы к‑здарға инә. Тотош К. крәҫтиәндәр ризаһыҙлыҡ белдерә. Мал һуйыу протестың киң таралған формаһына әүерелә: 1930 й. март уртаһына дөйөм мал иҫәбе 38%‑ҡа кәмей. Баймаҡ районы, Ейәнсура районы, Учалы районы, Хәйбулла районы, Әбйәлил районы ҙур зыян күрә. И.В.Сталиндың “Уңыштарҙан баш әйләнеү” (1930 й. 3 марты) мәҡ. донъя күргәндән һуң хужалыҡтарҙың 2/3 өлөшө (башлыса урта хәллеләр) артелдәрҙән сыға. Был К. тактикаһын һәм ысулдарын үҙгәртергә мәжбүр итә. Апр. к‑здарға һәм уның ағзаларына ҡайһы бер ташламалар бирелә. Шул уҡ ваҡытта яңғыҙаҡ хужалыҡтарға һалым арттырыла. 1931 й. аҙ. бөтә ярлы һәм урта хәлле хужалыҡтарҙың 65%‑ын берләштергән 3566 к‑з була. Кулак хужалыҡтарын (ҡара: Кулактар) юҡ итеү К. бер өлөшө була. Колхозға инергә теләмәгән урта хәллеләргә һәм ярлыларға һалым һалыу (был уларҙы кулактарға тиңләй) тарала. 1932 й. нояб. күпселекте башҡорттар тәшкил иткән төбәктәрҙә К. кимәле 70,5% була, башлыса татарҙар йәшәгән райондарҙа — яҡынса 57%, урыҫтар — 62,6%, мариҙар — 67%, сыуаштар — 69,3%. Бөтә улус (1930 й. мартында улар бөтәһе 53 иҫәпләнә) биләмәләрен үҙ эсенә алған эре к‑здар ойошторола. 30‑сы йй. 2‑се ярт. К. тамамлана. Ауылда иҡт. яҡтан үҙ аллы ваҡ хужалыҡтарҙы бөтөрөү К. төп һөҙөмтәһе була. СССР Президентының 1990 й. 13 авг. указы м‑н К. йылдарында крәҫтиәндәргә ҡарата ҡулланылған репрессиялар законһыҙ тип танылды.

Әҙәб.: Саяхов Ф.Л. Осуществление ленинского плана построения социализма в Башкирии (1926—1937). Уфа, 1972; Давлетшин Р.А. “Великий перелом” и трагедия крестьянства Башкортостана. Уфа, 1993.

Р.Ә.Дәүләтшин, М.Б.Ямалов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019