Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО

Просмотров: 1158

ҺӘҮӘҪКӘР КИНО, үҙешмәкәр сәнғәттөрө. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. барлыҡҡа килә. Тәүге үҙешмәкәр киностудия 1957 й. Гагарин Ю.А. исемендәге мәҙәниәт, фән һәм техника йорто эргәһендә булдырыла. Бында “Нефтле яҡ” (“Нефтяной край”; 1957—58) киножурналының алты сығарылышы, йәмғиәт тәртибен боҙоусыларға ҡаршы көрәшкә арналған “Беҙҙең эргәлә” (“Рядом с нами”) документаль фильмы (1960) төшөрөлә. 1965 й. республикала мәҙәниәт йорттары һәм һарайҙары (ҡара: Мәҙәни‑ял учреждениелары), вуз һәм ҒТИ‑лар эргәһендә эшләгән 15 үҙешмәкәр киностудия һәм киноһәүәҫкәрҙәрҙең 8 түңәрәге була. 60‑сы йй. аҙ. пионер йорттары һәм балалар техник ижады станциялары эргәһендә йәш киноһәүәҫкәрҙәрҙең тәүге студиялары барлыҡҡа килә; профсоюздарҙың өлкә ком‑тында Һ.к. конкурстары, фестивалдәре, уҡыу семинарҙары һәм лабораториялары ойоштороу м‑н шөғөлләнгән Респ. киноһәүәҫкәрҙәр клубы‑лабораторияһы булдырыла. 1971 й. Өфө агрегат производство берекмәһенең “Авангард” мәҙәниәт йортонда “Авангард” һәүәҫкәр к/ст (етәксеһе Ю.А.Бельский; 1975 й. республикала тәүгеләрҙән булып “халыҡ” исемен ала); 70‑се йй. аҙ. — “Горизонт” (“Синтетик Каучук” мәҙәниәт һарайы), “Дим” (Дәүләкән р‑ны), “Зёрнышко”, “Ҡармасан”, “Поиск” (Химиктар мәҙәниәт һарайы), “Урал” һ.б. киностудиялар ойошторола. Методик яҡтан һәүәҫкәр киностудияларға “Ағиҙел” кинофотоклубы етәкселек итә. 80‑се йй. Башҡортостан киноһәүәҫкәрҙәрҙең бөтә Союз, бөтә Рәсәй фестивалдәрен, ш. иҫ. “Ер һәм кешеләр” (“Земля и люди”), “Ватан” (“Отечество”), “Өфө ҡышы” (“Уфимская зима”), үткәреү урынына әйләнә; республикала “халыҡ” исемен йө­рөткән 15 киностудия, 315 кинотүңәрәк эшләй. 90‑сы йй. башында күпселек киностудиялар тарҡала, Респ. киноһәүәҫкәрҙәр клубы‑лабораторияһы ябыла. 1988 й. Һ.к. һәм фотоколлективтарға ярҙам итеү маҡсатында Башҡ‑н респ. кинофотоһәүәҫкәрҙәр федерацияһы ойошторола (етәкселәре А.М.Адиев һәм Р.И.Килмәмәтов), ул бер нисә ҙур проекттарҙы, ш. иҫ. “Тәбиғәт. Кеше. Мәҙәниәт” (“Природа. Человек. Культура”) халыҡ‑ара акция­экспедицияларын, “Дуҫлыҡ” Бөтә Рәсәй һәүәҫкәр фильмдар фестивален һ.б. ойоштороусы була. 2008 й. БР‑ҙа “халыҡ” исемен йөрөткән 4 киностудия, 100‑ҙән ашыу кинотүңәрәк эшләй.

Р.А.Нафиҡов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: