Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР

Просмотров: 996

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР, составында үҫемлектәрҙең 2 йәки 3 төп туҡлыҡлы элементы (азот, фосфор, калий) булған минераль матдәләр. К.а. алыу өсөн башланғыс сеймал — тәбиғи фосфаттарҙың азотлы һәм көкөртлө кислота тарҡатмалары. К.а. микроэлементтар ҡушылыуы мөмкин. Составы б‑са — ике (азотлы‑калийлы, азотлы‑фосфорлы, фосфорлы‑калийлы) һәм өс (азотлы‑фосфорлы‑калийлы) элементлы; етештереү ысулы б‑са ҡатмарлы (аммофос, диаммофос, нитрофос, нитрофоска, нитроаммофос, нитроаммофоска һ.б.; шыйыҡ ашламалар), ҡатнаш (әҙер ашламаларҙы механик ҡушыу юлы м‑н алына) һәм ҡатмарлы ҡатнаш (әҙер ашламаларҙы механик ҡушыу, аҙаҡ аммиак, азот кислотаһы, көкөрт кислотаһы, фосфор кислотаһы һ.б. м‑н эшкәртеү аша алына) К.а. айыралар. К.а. азоттың, фосфорҙың һәм калийҙың нисбәте төрлөсә һәм етештереү ысулына, башланғыс компоненттарға, үҫемлектәрҙең ихтыяжына бәйле. К.а. өсөн туҡлыҡлы матдәләрҙең юғары концентрацияһы (45—60% NРK), яҡшы физик үҙенсәлектәр (оҙаҡ ятыуҙан баҫылмай, тупраҡҡа машина м‑н индергәндә һәйбәт тарала) хас. Ябай ашлама м‑н сағыштырғанда улар еңел күсерелә, яҡшыраҡ һаҡлана. К.а. барлыҡ а.х. культураларына, ҡатмарлы К.а. — иң тәүҙә техник культураларға төп ашлама һәм өҫтәмә туҡландырыу итеп индерелә. Индереү миҡдары тупраҡта минераль элементтарҙың күләменә, үҫемлектәрҙең туҡланыу элементтары ихтыяжына, а.х. культураларының планлаштырылған уңышына һ.б. бәйле. Башҡортостанда К.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында ҡулланыла. 2004—2011 йй. респ. К.а. өлөшө ауыл хужалығында файҙаланылған ашламаларҙың дөйөм күләменән 60—70%‑ын тәшкил итә. К.а. етештереүселәр: “Минудобрения” ААЙ (1988—2003), “Агрохимцентр” Сауҙа Йорто ЯСЙ (Бүздәк р‑ны Бүздәк а.; 2002 й. алып), “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ (2003 й. алып). 20 б. 60‑сы йй. башлап Аграр университетта (В.М.Вәлиев, С.Ғ.Ғиззәтуллин, Н.А.Середа, Й.А.Усманов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, В.Х.Хангилдин һ.б.) төрлө а.х. культураларын үҫтергәндә К.а. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеген өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Сложные и концентрированные удобрения и их применение в Башкирии. Уфа, 1976; Комплексные удобрения. 2‑е изд., перераб. и доп. М., 1986.

В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: