Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР

Просмотров: 1397

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР, органик булмаған матдәләр, башлыса тоҙҙар, составтарында үҫемлектәр өсөн мөһим туҡланыу элементтары бар. М.а. — а.х. культуралары уңдырышлылығын һәм продукция сифатын арттырыу өсөн һөҙөмтәле сара. Башлыса химия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан етештерелә (агрономик мәғдәндәрҙе эшкәртеү, сәнәғәт синтезы), ш. уҡ тәбиғи тоҙҙар һәм сәнәғәт ҡалдыҡтары ҡулланыла. Ябай (азотлы ашламалар, калийлы ашламалар, фосфорлы ашламалар, эзбизле ашламалар), комплекслы ашламалар һәм микроашламалар айырыла. Ҡаты (онтаклы һәм бөртөклө) һәм шыйыҡ; физиологик яҡтан әсе, һелтеле һәм нейтраль М.а. була. М.а. бөтә а.х. культураларына төп һәм сәсеү барышындағы ашлама булараҡ, ш. уҡ өҫтәмә туҡландырыу өсөн ҡушыла. Ҡулланыу миҡдары тупраҡта минераль элементтарҙың күләменә, үҫемлектәрҙең туҡланыу элементтарына булған ихтыяжына, а.х. культураларының планлаштырылған уңышына, ашламаларҙы файҙаланыу ысулына һ.б. бәйле. М.а. һөҙөмтәлелеге уларҙы органик ашламалар м‑н бергә файҙаланғанда, үҫемлектәрҙең ихтыяжын, тупраҡтың һәм ашламаның үҙенең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып оптималь миҡдарҙа ҡулланғанда күтәрелә. Башҡортостанда М.а. бөтә ауыл хужалығы зоналарында файҙаланыла. “Мәләүез минераль ашламалары” ААЙ (2003 й. алып), “Агрохимцентр” сауҙа йорто ЯСЙ (Бүздәк р‑ны Бүздәк а., 2002 й. алып), “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ (20 б. 60‑сы йй. башынан; ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) М.а. етештерә. 1986—90 йй. респ. хужалыҡтарында 390,1 мең т (83,4 кг/га) М.а. (NРК тәьҫир итеүсе матдәһе) ҡулланылған, 1991— 95 йй. — 216,6 мең т (52,2 кг/га), 1996—2000 йй. — 107,78 мең т (27,8 кг/га), 2001—2005 йй. — 48,7 мең т (17,7 кг/га), 2006 й. — 37,57 мең т (15,0 кг/га), 2010 й. — 49,4 мең га (19 кг/га), 2011 й. — 41,5 мең т (17 кг/га), 2012 й. — 32,7 мең га (14 кг/га). 90‑сы йй. М.а. иң күп күләме (80—100 кг/га) Дүртөйлө, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Стәрлебаш р‑ндары хужалыҡтарында индерелгән. М.а. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге 20 б. 50‑се йй. алып Аграр университетта (В.М.Вәлиев, С.Ғ.Ғиззәтуллин, Н.А.Середа, Й.А.Усманов һ.б.), Ауыл хужалығы институтында (Н.Р.Бәхтизин, Ә.Ә.Сәхибгәрәев, С.Ә.Әбдрәшитов һ.б.), Биология институтында (М.Н.Буранғолова, В.К.Ғирфанов, В.К.Трапезников һ.б.) өйрәнелә. Әҙәб.: Микроашламалар мәҡ. ҡарағыҙ.

 В.М.Вәлиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.07.2023