Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ

Просмотров: 986

ТАМЫРҺАБАҠЛЫ ҠЫЙ ҮЛӘНДӘРЕ, башлыса вегетатив юл м‑н ер аҫты үренделәре (тамырһабаҡтары) ярҙамында үрсеүсе күп йыллыҡ үләндәр. Т.ҡ.ү. баҫыу бөтнөгө, баҫыу ҡырҡбыуыны, гумай, һырылыусан аҡтамыр, ябай ҡамыш, ябай үгәй инә үләне һ.б. инә. Т.ҡ.ү. — ныҡ тамыр йәйгән ҡый үләндәре. Тамырһабаҡтарҙың урынлашыу тәрәнлеге 10— 12 см алып 1—2 м тиклем һәм артығыраҡ була. Механик тәьҫиргә дусар ителгәндә бөрөләрҙең тамырһабаҡты регенерациялау һәләте 2 һәм унан да күберәк тапҡырға арта. Т.ҡ.ү. шулай уҡ орлоҡтар ярҙамында үрсей. Башҡортостанда Т.ҡ.ү. араһынан һырылыусан аҡтамыр, ябай үгәй инә үләне киң таралған. Иген культураларын, аралыҡлы культураларҙы, күп йыллыҡ үләндәрҙе һ.б. баҫып алалар. Көрәш саралары: сәсеү әйләнештәрен үтәү, пар баҫыуын үҙ ваҡытында эшкәртеү, ерҙе тәрән эшкәртеү, гербицидтар ҡулланыу һ.б. Шулай уҡ ҡара: Үҫемлектәрҙе һаҡлау.

Әҙәб.: Ф и с ю н о в А.В. Сорные растения. М., 1984; Сегетальные сообщества Башкирии /Б.М.Миркин [и др.]. Уфа, 1985; З а х а р е н к о А.В., К и р а е в Р.С. Регулирование взаимоотношений культурных и сорных растений в агрофитоценозах. Уфа, 2000.

Р.С.Кирәев, И.С.Миңлеәхмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова  

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: