Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАМЫРАҘЫҠТАР

Просмотров: 1031

ТАМЫРАҘЫҠТАР, 1) төп тамырҙың һәм (йәки) ер аҫты һабағының үҫеп китеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ҡайһы бер культуралы үҫемлектәрҙең көслө, һутлы ер аҫты ағзалары. 2) Һутлы тамырҙар алыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. Т. төрлө ғаиләләргә — әүернә һымаҡтар (гәрәнкә, редис, торма, турнепс, шалҡан һ.б.), сатыр һымаҡтар (бүтбүлдек, кишер, петрушка, сельдерей), алабута һымаҡтар (сөгөлдөр), астра һымаҡтарға (скорцонера, цикорийһ.б.) ҡараған күп йыллыҡ, ике йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үҫемлектәр инә. Аш (кишер, петрушка, сельдерей, сөгөлдөр, торма, шалҡан), мал аҙығы (гәрәнкә, мал кишере, мал сөгөлдөрө, турнепс) һәм техник (шәкәр сөгөлдөрө, цикорий) төрҙәргә бүленә. Т. — һыуыҡҡа сыҙамлы үҫемлектәр, йылыны иң яратыусы үҫемлек — сөгөлдөр. Дым яратыусандар, бигерәк тә гәрәнкә, петрушка, редис. Аш Т. бешерелгән, быҡтырылған, сей, киптерелгән һәм консерваланған килеш ҡулланыла. Шәкәр сөгөлдөрө шәкәр сәнәғәте өсөн сеймал булып тора. Т. малға ашатыу ҡоро мал аҙыҡтарын һәм концентрат мал аҙыҡтарын яҡшыраҡ үҙләштереүгә булышлыҡ итә (ҡара: Ауыл хужалығы малдарын ашатыу). Башҡортостанда торма, шалҡан, кишер, мал һәм шәкәр сөгөлдөрө, петрушка, сельдерей үҫтерелә. Т. үҫтереү өсөн уңайлы шарттар Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында бар. Респ. Т. сәсеү майҙаны 70 мең га ашыу тәшкил итә (2005).

Әҙәб.: Ю х и н И.П. Сахарная свёкла в Башкортостане. Уфа, 2000.

М.М.Хәмиҙуллин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: