Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ

Просмотров: 1073

БАҘАР КОНЪЮНКТУРАҺЫ, аныҡ бер тауар, хеҙмәт йәки етештереү факторы баҙарында билдәле бер осорҙа барлыҡҡа килгән иҡт. хәл. Б.к. уңайлы, ҡәнәғәтләнерлек йәки уңайһыҙ булараҡ баһаланырға мөмкин. Был баһа даими йәки ваҡытлыса, тиҙләтеүсе йәки тотҡарлаусы характерҙа булған күп факторҙарға бәйле. Б.к. төп етештереү һәм ҡулланыу үҫеше, иҡтисад өлкәһендә дәүләт сәйәсәте, ҡабаттан финанслау күләме, эске һәм тышҡы сауҙа үҫеше, инвестициялау һәм эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге, халыҡ-ара хәл, хаҡтар кимәле, сығымдар, конкуренция, тауар запастары, һорау һәм тәҡдимдең нисбәте, халыҡтың эш менән тәьмин ителе үкимәле, халыҡтың реаль килеме, етештереү миҙгеллелеге, заказдар портфеле йыйылмаһы, тәбиғәт-климат һ.б. факторҙар йоғонто яһай. Б.к. өйрәнеүҙе һәм күҙаллауҙы маркетинг мәғлүмәт-анализ үҙәктәре һәм хеҙмәттәре алып бара. Б.к. белеү баҙарҙа фирманың үҙ-үҙен тотошо стратегияһын эшләргә, макс. табыш алырға (ш. иҫ. капиталды бер эшмәкәрлек төрөнән икенсеһенә күсереү һөҙөмтәһендә) мөмкинлек бирә.

Эшкәртелмәгән нефть һәм нефть продукттарының донъя баҙарҙарындағы уңайлы хаҡтар конъюнктураһы был тауарҙарҙы Башҡортостандан сығарыуҙың ыңғай үҫешенә булышлыҡ итә (ҡара: Тышҡы сауҙа). РФ‑тың эске баҙарҙарында БР‑ҙа етештерелгән автомобиль һәм авиация бензиндары, дизель яғыулығы, каустик сода, кальцинирланған сода, спирттар,синтетик ыҫмала һәм пластик массалар, полистирол һәм полиэтилен, минераль ашламалар, йомшаҡ түбә, йәбештерелгән фанер, шифер, кирбес, автобустар һәм троллейбустар, металл ҡырҡыу станоктары, төҙөлөш машиналары, технологик ҡорамалдар, көнкүреш химияһы һәм электр тауарҙары тотороҡло һорау м‑н файҙалана. Респ. сәнәғәт етештереүе үҫеше 2000—09 йй. дөйөм алғанда ыңғай булған (ҡара: табл.). Түләүле хеҙмәттәр баҙарында банкылар, мед., риэлторҙар, страховкалау, туристик һ.б. хеҙмәттәргә халыҡтың ихтыяжы йылдан-йыл арта (ҡара: Ипотека, Кредит, Страховкалау). Күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү (ҡара: Ҡулланыусылар тауарҙары баҙары), көнкүреш хеҙмәте, транспорт һәм элемтә өлкәһендә табыштың юғары үҫеш темптары күҙәтелә. Ауыл хужалығында йәшелсәселек, сөгөлдөрсөлөк, картуфсылыҡ, умартасылыҡты үҫтереү өсөн уңайлы конъюнктура формалашҡан.

Г.Б.Хафизова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: