Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОРКИН Иван Иванович

Просмотров: 909

КОРКИН Иван Иванович (25.10.1908, Тверь губ. Орешки а. — 5.11. 1981, Сибай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1934). 1937 й. алып “Красноуралмедьруда” тресы (Красноуральск ҡ.), 1938 й. — “Кировградмедьруда” тресы баш механигы, 1941 й. — Ҡыштым механика з‑ды дир., 1951 й. — Урта Урал баҡыр иретеү з‑ды (Рәүҙе ҡ.) баш механигы. 1953—75 йй. Башҡ‑н баҡыр-көкөрт комб‑ты директоры. 1952—53 йй. ГДР‑ҙа эшләй. К. етәкс. 1953—61 йй. байыҡтырыу ф‑каһының 1‑се, 2‑се сираттары файҙаланыуға тапшырылған (ҡара: Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты). Мәғдән сығарыу һәм уны эшкәртеү проект ҡеүәтен 2 тапҡырға арттырған. 1965 й. экспорт продукцияһының ваҡлау-сорттарға айырыу цехы төҙөлгән. Комбинат эсендә ҙур төҙөлөш бүлеге ойошторолған, Сибай ҡ. торлаҡ һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү интенсив алып барылған. Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966), Ҡыҙыл Йондоҙ (1942) орд. м‑н бүләкләнгән.

Р.И.Ибәтуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: