КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович
КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович (22.10.1898, Кострома губ. Будухино а. — 12.5.1957, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1919 й. алып Кострома “Главкран” идаралығында, 1926—34 йй. һәм 1940 й. башлап Ҡорос прокатлау һәм тимер сым-канат з‑дында эшләй, 1943 й. алып “Гипрометиз” ин‑тының (икеһе лә — Ленинград) баш технологы, 1934 й. — 707‑се заводтың (Минйәр ҡ.) баш инженеры; 1935—37 йй. 706‑сы Белорет з‑дының техник бүлеге баш инженеры, 1945—57 йй. дир. урынбаҫары, начальнигы. К. ҡатнашлығында металл эшләнмәләр етештереүҙең прогрессив технологиялары эшләнә һәм индерелә, продукцияның яңы төрҙәре үҙләштерелә. Сталин пр. лауреаты (1952). 1937 й. репрессиялана, 2004 й. аҡлана.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
П.: А.Ф.Красильников