КРАСНОВА Зоя Игнатьевна
1234
КРАСНОВА Зоя Игнатьевна (12.5.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Поповка а. — 16.1.2014, Салауат ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып Ермолаевка ательеһының (Көйөргәҙе р‑ны) шәхси тегеү оҫтаһы, 1958 й. — Салауат тегеү ф‑каһы тегеүсеһе, 1960—88 йй. “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑ның минераль ашламалар з‑ды машинисы, аппаратсыһы, слесары. РСФСР ЮС‑ының 9‑сы, БАССР ЮС‑ының 11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1975), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.
Әҙәб.: Краснова З.И. //Герои труда. Уфа, 2011.
В.А.Потеряхин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Илл.: З.И.Краснова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: