Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОГИНОВ Василий Григорьевич

Просмотров: 900

ЛОГИНОВ Василий Григорьевич [22.4.1929, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы) — 29.1.2016, БР‑ҙың Туймазы районы Ҡандра а.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1976), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). ӨНИ‑не тамамлаған (1971). 1949 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләй: 1962 й. башлап Ишембай быраулау контораһы, 1964 й. — Бәләбәй быраулау контораһы директоры урынбаҫары, 1968 й. алып “Башзападнефтеразведка” тресының (Октябрьский ҡ.) Ҡандра быраулау контораһы директоры, 1970 й. башлап Октябрьский быраулау эштәре идаралығы начальнигы урынбаҫары, 1972—91 йй. Туймазы быраулау эштәре идаралығы начальнигы. Нефть, газ сығарыу буйынса геология‑разведка эштәрендә һәм 26 нефть ятҡылығын үҙләштереүҙә ҡатнаша. Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) ордендары менән бүләкләнгән.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Н.М.Ризуанов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.11.2021
Связанные темы рубрикатора: