Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛОМБАРД

Просмотров: 922

ЛОМБАРД, күсмә мөлкәтте закладҡа һалыу шарты м‑н граждандарға ҡыҫҡа ваҡытҡа заёмдар биреүсе, ш. уҡ әйберҙәрҙе һаҡлау б‑са хеҙмәттәр күрһәтеүсе юридик шәхес. Закладҡа һалынған әйберҙәр клиент файҙаһына үҙ хаҡтарына страховкалана. Кире алынмаған мөлкәт һатылырға тейеш (ш. иҫ. аукциондан). Л. заём б‑са проценттар банк кредитыныҡынан юғарыраҡ. Рәсәйҙә тәүге Л. (ҡаҙна Л.) Мәскәүҙә һәм С.‑Петербургта 18 б. 2‑се ярт., акционерҙар һәм ҡала йәмәғәт Л. — 19 б. аҙ. барлыҡҡа килә. 1893 й. Өфө ҡала думаһы Өфө ҡала йәмәғәт Л. нигеҙ һала. Ул халыҡтың иң ярлы ҡатламдарын осһоҙ кредит м‑н тәьмин итергә тейеш була. Өфө Л. дөйөм процент ставкаһы йылына яҡынса 12% булған. Йәмәғәт Л. табышы ҡала бюджетына индерелгән. 20 б. башында уның йыллыҡ әйләнеше 50—60 мең һум, 1912 й. — 100 мең һум тәшкил иткән. 1912 й. алып Л. мөдире вазифаһына биржа артеле ағзалары тәғәйенләнгән, аукциондар ай һайын үткәрелгән, һатылмай ҡалған залогтар “ирекле сауҙа” системаһы аша һатылған. Революциянан (1917) һуң Л. бөтөрөлә. 20‑се йй. башында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү системаһында дәүләт Л. барлыҡҡа килә. 90‑сы йй. уларҙың эшмәкәрлеге әүҙемләшә; шәхси Л. булдырыла. БР‑ҙа 190‑ға яҡын Л. эшләй (2011).

Ш.С.Сәйфуллин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: