ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы
766
ҠОҘАҠАЕВ Сәлим Һәҙиәтулла улы [1.2.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Малай а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 1.4.1984, Өфө], ташсы, тимер-бетон конструкциялар монтажлаусы. 1954—83 йй. 3‑сө төҙөлөш тресының 2‑се төҙөлөш идаралығында эшләй: 1967 й. алып ташсылар бригадиры. “Башнефтегеофизика”, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе, Өфө полиграфкомбинаты һ.б. пр‑тиелар биналарын төҙөүҙә ҡатнаша. 13 рационализаторлыҡ тәҡдиме авторы. СССР МС-ы пр. лауреаты (1982).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: