Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУЗНЕЦОВ Владимир Николаевич

Просмотров: 999

КУЗНЕЦОВ Владимир Николаевич (8.2.1920, Стәрлетамаҡ ҡ. — 27.2.1990, Өфө), иҡтисадсы-географ. Геогр. ф. канд. (1961). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1951) 1983 й. тиклем (өҙөклөк м‑н) СССР ФА БФ‑тың Иҡт. тикшеренеүҙәр бүлегендә эшләй: 1962 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1963 й. — производство инфраструктураһы проблемалары секторы мөдире. 1956 й. СССР ФА Көнбайыш Себер филиалының Транспорт‑энергетика ин‑тында (Новосибирск ҡ.). Фәнни тикшеренеүҙәре респ. транспорт селтәрен үҫтереү һәм урынлаштырыу, төбәкте нефть м‑н тәьмин итеүҙе ҡулайлы планлаштырыу, халыҡ хужалығының иҡт. бәйләнештәрен камиллаштырыу перспективаларына арналған. К. тарафынан иҡт.‑матем. ысулдарҙы һәм хисаплау техникаһын файҙаланыуға нигеҙләнгән планлаштырыу моделдәре эшләнә. 40‑тан ашыу хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (?, 1985), 3‑сө дәрәжә Дан (?) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Планирование нефтеснабжения. М., 1980 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: