Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘЛӘКӘЙ ПРЕДПРИЯТИЕ

Просмотров: 1283

БӘЛӘКӘЙ ПРЕДПРИЯТИЕ, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты, уртаса эшселәр һаны отчёт осоронда ҡуша һанағанда 100 кешенән артмаған, тауарҙар (эштәр, хеҙмәттәр күрһәтеү) һатыуҙан алған төшөм йәки үткән календарь йылында активтарҙың баланс хаҡы РФ Хөкүмәте билдәләгән иң юғары кимәлдән (400 млн һум) умаған предприятие. Б.п. араһында микропр‑тиеларҙы айыралар: эшселәр һаны уртаса 15 кешегә тиклем, килем 60 млн һумдан артмай. Б.п. илдең милли иҡтисадында ҙур роль уйнай: инновацияларҙы әүҙем индерә, конкуренция үҫешен тиҙләтә, халыҡты эш м‑н тәьмин итә, ҡала һәм ауыл торама пункттарының соц.‑иҡт. үҫешенә булышлыҡ итә, халыҡ һөнәрселеген тергеҙә һ.б. 20 б. 20‑се йй. аҙ. Башҡортостанда 54 мең Б.п. иҫәпләнгән, уларҙың күпселеге ауыл ерендә булған. Ағас әҙерләү, а.х., он тартыу, май яһау, итек тегеү, тимерлек, мебель һ.б. артелдәр, ерҙе бергәләп эшкәртеү ширҡәттәре, төрлө кооперативтар эшләй. Индустриялаштырыу йылдарында ҙур фабрикалар һәм заводтарҙың байтағы Б.п. нигеҙендә барлыҡҡа килә. Сәнәғәт һәм эре тауар ауыл хужалығы үҫешеү м‑н, сәнәғәт етештереүенең дөйөм күләмендә Б.п. продукцияһының өлөшө кәмей бара. “СССР‑ҙа кооперация тураһында” закон (1988) ҡабул ителгәндән һәм баҙар иҡтисадына күскәндән һуң, Б.п. яңынан үҫешә башлай. 1995 й. БР‑ҙа 9248 Б.п. иҫәпләнгән, 2009 й. — 31172, ш. иҫ. 25536 микропр‑тие (ҡара: табл.). 2006 й. 10 мең кешегә 50 Б.п. тура килгән (РФ‑та — 70, Европа союзы илдәрендә 500‑гә яҡын), барлыҡ пр‑тиелар һәм ойошмалар сауҙаға оҙатҡан тауарҙар араһында Б.п. тауарҙарының тотҡан урыны — 12,6%, Б.п. эшселәре һаны барлыҡ пр‑тиелар һәм ойошмаларҙа эшләүселәр һанының — 22,3%‑ын, Б.п. тауар әйләнеше 300 млрд һум тәшкил иткән. Әйләнештең 57,3%‑ы күмәртәләп һәм ваҡлап сауҙа итеү, автотранспорт ремонтлау пр‑тиеларына тура килә. Б.п. тулайым төбәк продуктының 13,0%‑ын етештерә (2008). 2009 й. Б.п. цемент‑юнысҡы плиталарын етештереүҙәге өлөшө 90% тәшкил иткән, металл‑пластик тәҙрәләр — 62, мебель — 59, лак‑буяу материалдары — 41, дөйөм тәғәйенләнешле сәнәғәт вентиляторҙары — 39, ағас‑таҡта — 29, металл‑пластик ишектәр — 26, тегеү әйберҙәре — 15,5, формалы резина‑техник әйберҙәр — 6%.

Башҡортостанда “БР‑ҙа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү тураһында” закон (2007) ҡабул ителә, БР Эшҡыуарлыҡты яҡлау һәм үҫтереү фонды, БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы эшләй, бизнес‑инкубаторҙар һ.б. булдырыла. Б.п. һалым ташламалары һәм ташламалы кредиттар бирелә. Шулай уҡ ҡара: Кооперация, Крәҫтиән (фермер) хужалығы, Кәсептәр, Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге.

М.Н.Иҫәнбаев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: