Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛАНУТ

Просмотров: 710

БОЛАНУТ (Chamerion), ҡыртан һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 7—8 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда тар япраҡлы Б. үҫә. Күп тамыр үҫентеле, йыуан тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы аҙ тармаҡлы, төҙ, ҡуйы япраҡлы, 60—200 см бейеклектә. Япрағы ланцет формаһында, осло, шыма ситле, сиратлы теҙелешле. Сәскәһе ҡуйы йәки асыҡ ал, тәлгәш сәскәлеккә йыйылған. Июль— авг. сәскә ата. Емеше — 4 ҡапҡаслы, күп орлоҡло ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Ҡырҡындыла, үртәндә, канауҙа, рудник өйөмөндә, юл буйында, ҡыйлы урында өйкөм булып үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Б. составында алкалоидтар, антоциандар, С витамины, дуплау матдәләре, май (орлоғонда), углеводтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив, баллы үҫемлек.

Ә.Х.Ғәлиева

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.08.2023
Связанные статьи: