Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗОРИН Сергей Иванович

Просмотров: 1506

ЗОРИН Сергей Иванович (11.9.1911, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Крюковский а. — 6.2.1954, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936—39 йй. һәм 1940—41 йй. Өфө трамвай депоһында эшләй. 1933—35 йй., 1939—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1943 й. башлап Үҙәк, 1‑се һәм 2‑се Украина, 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 2‑се гвардия танк армияһы 37‑се механизацияланған бригадаһы 3‑сө танк полкының танк механик-водителе старшина З. 1945 й. 16 һәм 23 ғинуарында Курчова-Весь а. янында һәм Мщонув ҡ. (икеһе лә — Польша) төньяҡ-көнбайыштараҡ алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Өфө трамвай депоһының хәрәкәт хеҙмәте начальнигы, 1950 й. алып директоры. Ленин (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Герой исеме Өфө ҡ. 1‑се трамвай депоһына һәм 129‑сы мәктәпкә бирелгән, депо территорияһында уға бюст һәм мемориаль таҡтаташ, Благовещен ҡ. — бюст, Благовещен районы Рождественский а. ул уҡыған элекке башланғыс мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: П а в л о в Б. Товарищ Зорин //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 29.02.2024