Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич

Просмотров: 1043

КАРМАНОВ Афанасий Георгиевич (18.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәстәй а., хәҙ. БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Иҫке Кәстәй а., — 23.6.1941, Кишинёв), лётчик, капитан (1940). Советтар Союзы Геройы (1942). 1939—40 йй. совет-финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен тамамлаған (Ырымбур ҡ., 1933). 1929 й алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. июненән Одесса хәрби округында хеҙмәт итә. Герой исеменә 9‑сы армия 20‑се ҡатнаш авиация див. 4‑се истребитель авиация полкының эскадрилья ком. капитан К. Кишинёв янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1942), Ҡыҙыл Йондоҙ (1940) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Туймазы ҡ. урамға бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған (2005).

 Әҙәб.: К о л я д и н Ф. Дороже жизни //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023