Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КНЯЗЕВ Иван Николаевич

Просмотров: 1018

КНЯЗЕВ Иван Николаевич (12.7.1924, Өфө, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Князев утары — 17.10.1999, Светлоград ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Кесе лейт. (1946). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 8‑се уҡсылар див. 310‑сы уҡсылар полкының рота бронебойщигы рядовой К. 1943 й. 11 сент. — 5 окт. Десна, Днепр, Припять йй. аша сыҡҡанда һәм Десна м‑н Днепр йй. уң ярҙағы плацдармдарын һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1946 й. башлап запаста. Кушнаренко р‑нында эшләй, 1949 й. алып Краснодар ҡ., 1952 й. — Светлоградта йәшәй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а. урамға бирелгән, Еңеү паркында уға бюст, Светлоградтағы Геройҙар аллеяһында уның барельефы ҡуйылған.

 Әҙәб.: Б а з е к и н  Г. Охотник за танками //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023