Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОБЕЛЕВ Александр Иванович

Просмотров: 1048

КОБЕЛЕВ Александр Иванович (5.3.1910, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Богородский а. — 14.10.1975, Өфө), лётчик, подполковник (1948). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Батайск граждан һауа флоты пилоттары мәктәбен тамамлағандан һуң (1934) шунда уҡ, 1938 й. алып Тамбов граждан һауа флоты пилоттары мәктәбендә лётчик-инструктор булып эшләй. 1940 й. башлап Совет Армияһында. 1943 й. алып Көньяҡ-Көнбайыш һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 17‑се һауа армияһы 306‑сы штурмлау авиация див. 951‑се штурмлау авиация полкының эскадрилья ком. капитан К. 115 хәрби осошта (1944 й. майына ҡарата) күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1948) 1955 й. тиклем һәм 1957—62 йй. граждан авиацияһында лётчик булып эшләй. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944 й. майы һәм сент.), Александр Невский (1944), сит ил орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Өфөләге урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: К а ш и ц В. Сокол //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023