Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОБЗЕВ Николай Никифорович

Просмотров: 1445

КОБЗЕВ Николай Никифорович [1.10.1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Яңы Гуровка а. (БР-ҙың Ауырғазы районы) — 1991, Борисов ҡ.], танкист, гвардия полковнигы (1980). Дан орденының тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Харьков гвардия танк училищеһын (1948) һәм “Выстрел” Юғары атыу-тактика курстарын (Солнечногорск ҡ., 1962) тамамлаған. 1942 й. алып Совет армияһында. 1943 й. башлап Воронеж, Ялан, 2‑се, 3‑сө һәм 1‑се Украина фронттарында 7‑се гвардия, 37‑се һәм 5‑се гвардия армиялары составында 15‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 50‑се гвардия уҡсылар полкының орудие командиры булып хеҙмәт итә. Дан ордендары менән 1944 й. апрелендә Тирасполь ҡ. (Молдавия) янындағы, июль—августа Майдан, Бранув һәм Сташув ҡҡ. (Польша) өсөн, 1945 й. апрель—майында Дрезден (Германия) һәм Прага (Чехословакия) ҡҡ. өсөн һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1972) 1982 й. тиклем Борисов ҡ. 2‑се Ремонт-төҙөлөш идаралығында эшләй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 1‑се (1946), 2‑се (1945) һәм 3‑сө (1944) дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән. Ауырғазы районы Терәпә а. К. уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: