Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОВАЛЬСКИЙ Антон Филиппович

Просмотров: 1168

КОВАЛЬСКИЙ Антон Филиппович [1906, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Урыҫ Һаҫыҡкүле а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 1945 й. февр., Германия]. Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930 й. алып Ғафури р‑нының “Ҡыҙыл һабансы” к‑зында эшләй. 1943 й. февр. башлап 1‑се Украина һәм Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 1‑се гвардия танк армияһы 11‑се гвардия танк корпусы 134‑се гвардия айырым сапёр батальоны сапёры гвардия ефрейторы К. 1944 й. 19 июлендә Украина ССР‑ының Поторица һәм Доброчин аа. янында Көнбайыш Буг й. һәм 23 июлендә Радымно а. (Польша) эргәһендә Сан й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944 й. ғин. һәм февр.) орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Ғафури р‑ны Красноусол а. урамға бирелгән, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исемендәге аллея асылған (2019).

 Әҙәб.: С о ш н и к о в  И. Дороги сапёра //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

 И.Ғәримова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.04.2023