Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗИГАДЕНУС

Просмотров: 693

ЗИГАДЕНУС (Zygadenus), ләлә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Америкала, 1 төрө Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда себер З. үҫә. Күп йыллыҡ һуғанбашлы үҫемлек. Һабағы төҙ, ябай, 25—80 см бейеклектә. Япрағы таҫма һымаҡ, осло, төбөнә табан тарая, тамыр яны розеткаһына йыйылған. Сәскәһе аҡһыл йәшел, 6 тәрән бүлемле, горизонталь йәйелгән өлөшлө, оҙон сәскә һабында, шәмәхә төҫөндәге сәскә ҡолаҡсындары ҡуйынында урынлашҡан. Сәскәлеге — һирәк һепертке йәки тәлгәш. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — өс ҡырлы ҡумта, авг.—сент. өлгөрә. Ҡарағайлыҡта, ылыҫлы‑япраҡлы һәм ҡара ылыҫлы һирәк урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ араһында, ташлы битләүҙә һәм ҡоро болонда үҫә; Өфө яйлаһында һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ өлөшөндә осрай. Составында алкалоидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек, ағыулы үҫемлек. Реликт, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ҡ.Ҡ.Ғәббәсов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: