Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЗОТОПТАР

Просмотров: 1141

ИЗОТОПТАР (гр. isos — бер иш һәм topos — урын), ядроһында протондар һаны бер үк, ә нейтрондар һаны төрлө булған бер химик элементтың атом төрҙәре. И. тип ш. уҡ шундай элементтарҙың атомдары ядроһы атала. И. физик‑химик үҙенсәлектәре бер иш тиерлек була, сөнки атомдың электрон төҙөлөшөнә тик ядро заряды ғына тәьҫир итә. Элементтың И. үҙенсәлектәре араһындағы айырмалар изотоп эффекттары тип йөрөтөлә. Бер химик элемент изотоптарының үҙенсәлектәре араһындағы иң ҙур айырмалар еңел элементтарҙа ғына күҙәтелә (мәҫ., водородта: протий, дейтерий, тритий). Химик элементтың бер И. — тотороҡло (стабиль булған элементтар), ә икенселәре тотороҡһоҙ булыуы мөмкин (радиоактив элементтар). Тәбиғәттә булған һәм яһалма рәүештә табылған 116 химик элементтың яҡынса 275 стабиль һәм 2,5 меңдән ашыу радиоактив И. билдәле (2011). Радиоактив И. үҙенән‑үҙе тарҡалыу процесы бара: α‑тарҡалыу, β‑тарҡалыуҙың бер нисә төрө, ядроларҙың үҙенән‑үҙе бүленеүе һ.б. И. биологик һәм медициналағы тикшеренеүҙәрҙә, геохронологияла, ядро энергетикаһында һ.б. файҙаланыла. 1943 й. 26‑сы Дәүләт союз з‑дында (Өфө) Ф.Ланге етәкс. атом бомбаһын яһағанда уранды 235U изотобы м‑н байытыу мөмкинлеген тикшереү өсөн ҙур тиҙлекле центрифуга уйлап табыла. 50‑се йй. алып Геология институтында И. ҡулланыу ысулдары ярҙамында геологик ҡатламдарҙың абсолют йәше билдәләнә, 1973 й. башлап Уралда мәғдән ятҡылыҡтары өйрәнелә. 1963 й. “БашНИПИнефть” ин‑тында нефть сығарыу скважиналарында һыу тулған ҡатламдарҙы табыу өсөн радиоизотоп ҡулланыу ысулы эшләнә. 1966 й. башлап “Уфахимпром” пр‑тиеһында шыйыҡ хлор сығарыуҙа радиоизотоплы кимәл үлсәгестәр файҙаланыла. 70‑се йй. Нефтехимия эшкәртеү институтында радиоактив индикаторҙарҙы — углерод 14С һәм көкөрт 35S ҡулланып тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн радиоизотоптар лаб. ойошторола; Органик химия институтында радиохимия өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барылған.

В.А.Мазунов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: