Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОХРОНОЛОГИЯ

Просмотров: 1199

ГЕОХРОНОЛОГИЯ (гео..., гр. chronos – ваҡыт, ...логия), ер ҡабығын барлыҡҡа килтергән тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлелеген һәм йәшен өйрәнеүсе фән. Сағыштырма һәм абс. (изотоп) Г. бүленә. Сағыштырма Г. тау тоҡомдарының ҡатлам-ҡатлам булып ятыу принцибы ҡулланыла, уның б‑са өҫтә ятҡан һәр ҡатлам аҫта ятҡанынан йәшерәк; стратиграфия м‑н тығыҙ бәйле. Бер-береһенән алыҫ ятҡан терр‑я ҡатламдарының йәшен сағыштырыу өсөн хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең тау тоҡомдарындағы ташҡа әүерелгән ҡалдыҡтарын өйрәнеүгә нигеҙләнгән палеонтологик ысул ҡулланыла (ҡара: Палеонтология). Абс. Г., химик элементтар рәтенең даими тиҙлектәге һәм тышҡы шарттар тәьҫиренән үҙгәрмәгән радиоактив тарҡалыуын файҙаланып, тау тоҡомдарының меңәр һәм млн йылдар м‑н иҫәпләнгән йәшен билдәләй. Һуңғы тарҡалыу продукттарына ҡарап аргон, гелий, ҡурғаш, стронций һ.б. ысулдарҙы айырыла. Абс. Г. геол. ваҡыт арауығы оҙайлығын, ш. уҡ магматик процестарҙың ваҡытын, мәғдән ятыштарының барлыҡҡа килеүен һ.б. геол. ваҡиғаларҙы билдәләй. Ваҡыт арауығы эҙмә-эҙлелегендә формалашҡан тау тоҡомдары ҡатламдары геохронологик шкалала сағыла, унда һәр бер геохронологик бүлеккә стратиграфик бүлексә тура килә: акрон – акротема, эон – эонотема, эра – эратема, осор – система, дәүер – бүлек, быуат – ярус, фаза – зона. Шкаланың өҫкө өлөшө (фанерозой) палеонтологик ысул ҡулланып төҙөлгән һәм ентекләберәк бүленгән (ҡара: 1‑се табл.). Кембрий алды шкалаһы ҙур тектоник-магматик циклдарҙың бер ваҡытта булыуы принцибына нигеҙләнгән һәм магматик тоҡомдарҙың абс. йәшен күп тапҡыр билдәләү мәғлүмәттәре б‑са төҙөлгән (ҡара: 2‑се табл.). Башҡортостанда сағыштырма Г. өлкәһендә тикшеренеүҙәр Геология институтында үткәрелә. Изотоп Г. өлкәһендәге калий-аргон ысулын ҡулланып тикшеренеүҙәр, 1957 й. Көньяҡ Уралдың ҡайһы бер гранит массивтарының йәше т‑да тәүге мәғлүмәттәр алғандан һуң, Геология ин‑тында башлана. Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының төрлө зоналарындағы магматик, метаморфик һәм ултырма ҡатламдарҙың йәшен билдәләү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Көнсығыш Европа платформаһы һәм Уралдың тораташ комплексы нигеҙе сиктәрендә архейҙы айырып күрһәтеү нигеҙләнә; һуңғы кембрий алды бүлектәренең сиктәре билдәләнә; Урал йыйырсыҡлы өлкәһе (Тиман һәм Муғалжар йыйырсыҡлы өлкәләре м‑н) тектогенезының, магматизмының, метаморфизмының геохронологик схемалары эшләнә; байкал, каледон һәм герцин тектоник-магматик циклдары тикшерелә (В.И.Ленных, Д.В.Постников һ.б.). Ороген гранитоидтарҙың барлыҡҡа килеү этаптары билдәләнә (Л.С.Лозовая). Башҡорт мегантиклинорийының рифей ҡатламдары барлыҡҡа килеү ваҡыты билдәләнә һәм уларҙың Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһының перспективалы нефтле, газлы ултырмалары м‑н корреляцияһы булдырыла (М.А.Гаррис, В.М.Горожанин). 1986 й. алып тоҡомдарҙың йәшен билдәләүҙә рубидий-стронций ысулы ҡулланыла. Көньяҡ Уралдың ултырма, интрузив, вулканоген тоҡомдарын һәм мәғдәнле метасоматиттарын өйрәнеү бығаса барлыҡҡа килеү ваҡыты билдәләнмәгән комплекстарҙың йәшен асыҡларға мөмкинлек бирә. 2000 й. башлап изотоп Г. яңы йүнәлеше – магматик комплекстарҙың барлыҡҡа килеү ваҡытын циркон б‑са, U-Pb-SHRIMP ысулы м‑н билдәләү йүнәлеше булдырыла (А.П.Карпинский ис. Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү геология ин‑ты, С.‑Петербург). Машаҡ һәм Арша рифтоген комплекстарының барлыҡҡа килеү ваҡыты асыҡлана (В.И.Козлов, В.Н.Пучков).

Әҙәб.: Стратиграфический кодекс России. 3‑е изд. СПб., 2006; Корень Т.Н. Международная стратиграфическая шкала докембрия и фанерозоя: принципы построения и современное состояние. СПб., 2009.

В.М.Горожанин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: