Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

Просмотров: 1217

КЕРАМИК ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, сеймал составына бәйле рәүештә балсыҡты 800—1000°С йәки 1100—1200°С т‑рала уҡмаштырып алынған, металл булмаған материалдар. Структураһы б‑са ҡаты (күҙәүлеге 5—30%; кирбес, черепица, к‑таларға сыҙамлы һәм канализация торбалары) һәм нескә (күҙәүлеге 5%‑тан аҙ; эс яҡтан биҙәү плиталары, санитария изделиелары) К.т.м. айыралар. К.т.м. кирбес һәм бөтә төр стена һалыу таштары, черепица, иҙән һәм стеналарҙы эстән биҙәү плиткалары, фасад плиталары, дренажлау һәм канализация селтәрҙәре өсөн торбалар, санитария‑техник изделиелар, төҙөлөш конструкцияларын һәм реакция аппараттарын һаҡлау өсөн к‑таларға сыҙамлы һәм юғары т‑ра м‑н к‑таларға сыҙамлы изделиелар ҡарай. К.т.м. өсөн составына төрлө алюмосиликат минералдарҙан тыш ҡатышмалар рәүешендә кварц ҡомо, слюдалар, сульфаттар, карбонаттар, тимерҙең һәм һелтеле металдарҙың берләшмәләре ингән еңел һәм насар иреүсән балсыҡтар сеймал булып тора. К.т.м. етештереү сеймалды, керамик массаны әҙерләү, изделиеларҙы ҡалыпҡа һалыу, уларҙы киптереү һәм артабан ҡыҙҙырыу стадияларын үҙ эсенә ала. К.т.м. ныҡлылыҡ, һыуыҡҡа, химик тәьҫирҙәргә һәм эҫегә сыҙамлылыҡ, һыу үткәрмәүсәнлек, электрҙы изоляциялау һ.б. үҙенсәлектәргә эйә булырға тейеш. Башҡортостанда кирбес, дренажлау торбалары, керамзит сығарыу өсөн кирбес балсыҡтары һәм ҡомло балсыҡтың байтаҡ запастары бар. 160 ятҡылыҡ табылған, уларҙың 40‑ы файҙаланыла. 2003 й. БР пр‑тиелары тарафынан 364 млн т керамик кирбес сығарылған (Ҡуғанаҡ керамик кирбес заводы, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Яңауыл төҙөлөш материалдары з‑дтары, “Стройкерамика” ААЙ). Тышлау өсөн кирбес “Чекмагушнефть” НГДУ‑һының Балтас керамик кирбес з‑дында (Дүртөйлө р‑ны Иҫке Балтас а.), “Арланнефть” НГДУ‑һының Нефтекама керамик кирбес з‑дында, “Керамика” ЯСЙ‑нда, Салауат төҙөлөш материалдары з‑дында (Салауат р‑ны Мөрсәлим а.) сығарыла. Төҫлө тышлау кирбесен — Талбазы кирбес з‑ды (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны), стеналар һәм иҙәндәр өсөн тышлау плиткаһын Октябрьский керамик плиткалар һәм фарфор изделиелар заводы сығара. Санитар керамика изделиелары 2004 й. тиклем “Санфаянс” пр‑тиеһында (Туймазы ҡ.) етештерелгән. Керамзит — Күмертау төҙөлөш материалдары з‑дында, “Шаҡша” ауыл төҙөлөшө комб‑тында (Өфө), к‑таларға сыҙамлы изделиелар Башҡортостан керамика заводында етештерелә. Иҙәндәр өсөн керамик плиткалар 2000 й. — 313, 2005 — 560, 2008 — 109 мең м2, стеналарҙы эс яҡтан тышлау өсөн глазурланған керамик плиткалар 2000 й. — 96, 2005 — 742, 2008 — 99 мең м2 сығарыла. Эҫегә сыҙамлы К.т.м. алыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 90‑сы йй. аҙ. “БашНИПИстром” ин‑тында Ө.Ш.Шәйәхмәтов етәкс. үткәрелгән. 

Әҙәб.: Строительная керамика. М., 1976.

В.В.Васильев, А.А.Оратовская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: