Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРПИЧНИКОВ Пётр Анатольевич

Просмотров: 882

КИРПИЧНИКОВ Пётр Анатольевич (5.1.1913, Вятка губ. Царёвосанчурск ҡ. — 26.3.1997, Ҡазан), химик-технолог. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1976), БР (1991) һәм ТР (1992) ФА‑ның почётлы ағзаһы. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1965). РСФСР‑ҙың (1975) һәм ТАССР‑ҙың (1969) атҡ. фән һәм техника эшмәкәре, СССР‑ҙың атҡ. химигы (1973) һәм уйлап табыусыһы (1985). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ҡазан химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1936) 1940 й. тиклем Ҡазан синтетик каучук з‑дында эшләй. 1947—54 йй. “Буна” химия комб‑тының баш инженеры (Шкопау ҡ., ГДР). 1946—47 йй., 1954—97 йй. Ҡазан технология ун‑тында: 1956 й. алып технология ф‑ты деканы, 1960 й. — синтетик каучук каф. мөдире, 1961 й. — уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1964 й. — ректор, 1988 й. — ректор советнигы, бер үк ваҡытта 1988—97 йй. Эластомерҙар уйлап табыу үҙәгенең ғилми етәксеһе. 1982—87 йй. СССР ФА‑ның Ҡазан филиалы Президиумы рәйесе. Фәнни хеҙмәттәре химия һәм химик технологиялар, полимерҙарҙы стабилләштереү, синтезлау, модификациялау һәм деструкциялау өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. Уның етәкс. фосфорлы антиоксиданттар, тәьҫир итеү спектры киң булған стабилизаторҙар (ш. иҫ. полиолефиндарҙың, фосфиттарҙың хлорлы һ.б. полимерҙарының буялыуын булдырмай торған) уйлап табыла һәм производствоға индерелә. Уның тарафынан синтетик каучук мономерҙарын етештереүҙе интенсивлаштырыу ысулдары табыла, динамик һәм махсус үҙенсәлектәре юғары кимәлдә булған полиуретан эластомерҙар, полисульфид олигомерҙар, төҙөлөш һәм махсус техника өсөн кристаллашмаусы тиоколлы герметиктар сығарыуҙың фәнни нигеҙҙәре эшләнә. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 300 уйлап табыу авторы. ТАССР ЮС‑ының 7‑се һәм 11‑се саҡырылыш депутаты. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1990). Ленин (1971), Октябрь Революцияһы (1981), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Химия и технология синтетического каучука. Л., 1970 (авторҙ.); Полисульфидные олигомеры и герметики на их основе. Л., 1983 (авторҙ.); Альбом технологических схем основных производств промышленности синтетического каучука. 2‑е изд., перераб. Л., 1986 (авторҙ.).

Әҙәб.: Пётр Анатольевич Кирпичников: очерки, воспоминания, материалы. Казань, 2000.

Ю.А.Сангалов
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр:
0