Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИЛЬЮШИН Алексей Антонович

Просмотров: 950

ИЛЬЮШИН Алексей Антонович (20.1.1911, Ҡазан – 31.5.1998, Мәскәү), механик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1943), БР ФА‑ның почётлы акад. (1991), физика‑матем. ф. д‑ры (1938), проф. (1938). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1934) шунда уҡ эшләй: лаб. мөдире, 1942—98 йй. һығылмалылыҡ теорияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1936—60 йй. СССР ФА‑ның Механика ин‑тында (1953 й. алып дир.) һәм 1947 й. башлап ҒТИ‑88 ин‑тында (Королёв ҡ.) фән б‑са нач. урынбаҫары, 1950—52 йй. ЛДУ ректоры. Фәнни тикшеренеүҙәре тотош мөхиттәр механикаһына арналған. Үҙле‑һығылмалы һәм һығылмалы мөхиттәр динамикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. И. һығылмалы ағымдар, көплөктәрҙең һығылмалы деформацияланыу теорияһын төҙөй, үҙле һығылмалылыҡ мәсьәләләрен сығарыуҙың яҡынса ысулын нығыта, артиллерия снарядтары яһауҙы иҫәпләү, проектлау һәм әҙерләү технологияларына яңы ҡарашты нигеҙләй, юғары тауышлы ҙур тиҙлектәр аэродинамикаһында яҫы киҫелештәр законын төҙөй һәм иҫбатлай, ҡаты есем механикаһының һыҙыҡлы булмаған мәсьәләләрен һығылмалы сығарыу ысулын тәҡдим итә һ.б. РСФСР ЮС‑ының 3—4‑се саҡырылыш депутаты. Сталин пр. (1948), 1‑се дәрәжә Ломоносов пр. (1995) лауреаты. 6 орден м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Механика сплошной среды. 3‑е изд., перераб. и доп. М., 1990; Пластичность. Ч.1. Упругопластические деформации. 2‑е изд. М., 2004.

Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Портрет: А.А.Ильюшин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0