Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУВШИНОВ Леонид Михайлович

Просмотров: 1005

КУВШИНОВ Леонид Михайлович (5.8.1914, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Преображенск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а., — 18.8.1973, Мәскәү, Мәскәү өлк. Монино ҡсб ерләнгән), лётчик, полковник (1957). Советтар Союзы Геройы (1957). СССР‑ҙың атҡ. һынаусы лётчигы (1959). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Өсөнсө лётчиктар һәм лётчик-күҙәтеүселәр хәрби мәктәбен (Ырымбур ҡ., 1936), 2‑се лётчиктар хәрби мәктәбен (Борисоглебск ҡ., 1937) тамамлаған. 1932 й. алып “Шарикоподшипник” з‑дында (Мәскәү) эшләй. 1939 й. башлап Совет Армияһында. Хәрби-һауа көстәре ҒТИ‑ның һынаусы лётчигы (1939—62). Герой исеменә К. авиация техникаһын һынауҙа күрһәткән ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1962) Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй. Ленин (1957, ?), 4 Ҡыҙыл Байраҡ (1943), 1‑се һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ орд. м‑н бүләкләнгән. К. исеме Йылайырҙағы урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: Б у л а т о в Г. Четыре испытания Леонида Кувшинова //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023