Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОКС

Просмотров: 1751

КОКС (нем. Koks), углеродлы сеймалды юғары т‑рала ҡыҙҙырыу (кокслаштырыу) ваҡытында барлыҡҡа килгән ҡаты ҡалдыҡ. Алынған сеймалға ҡарап таш күмер, пек һәм нефть К. айыралар. К. составында углерод өҫтөнлөк итә. Таш күмер К. юғары сифатлы төтөнһөҙ яғыулыҡ, тимер мәғдәнен ҡайтарғыс (домна К.) итеп һәм ҡойоу производствоһында (ҡойоу К.) ҡулланалар. Составында көл (0,2—0,6%), көкөрт (0,3—2,5%) аҙ, углерод күп миҡдарҙа (95,0—99,5%) булыуы м‑н айырылып торған аҙ көкөртлө нефть К. алюмин етештереүҙә анод массаһын, ҡорос иретеү сәнәғәтендә — графитланған электродтарҙы эшләүҙә ҡулланыла. Башҡортостанда нефть К. етештереү 1956 й. Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында башлана. Өфө нефть сәнәғәте ҒТИ, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ (А.Ф.Красюков һ.б.) һәм ӨНИ (З.И.Сөнәев һ.б.) тикшеренеүҙәре нигеҙендә көкөртлө нефть К. металлургия пр‑тиеларында файҙаланыу технологиялары, К. электротермик юл м‑н көкөртһөҙләндереү процесы һәм аппараттары эшләнә. Яңы Өфө НЭЗ‑ында илдә тәүгеләрҙән көкөртлө нефттәрҙең водород ярҙамында байыҡтырылған фракциялары нигеҙендә юғары сифатлы электродтар сығарыу өсөн файҙаланылған юғары технологик анизотропик структуралы К. тәж.-сәнәғәт партиялары алына. ӨНИ‑лә Р.Н.Ғимаев етәкс. уны алыуҙың, Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда М.М.Әхмәтов етәкс. юғары т‑рала эшкәртеү процесының һәм сифатты контролдә тотоуҙың фәнни нигеҙҙәре һалына. 1990 йй. Нефтехимия эшкәртеү ин‑тында нефть К. барабанлы мейестәрҙә юғары т‑рала эшкәртеү технологияһы һәм ҡорамалдарҙың төп төрҙәре эшләнә. 2005 й. Әхмәтов һ.б. эштәре б‑са “ЛУКОЙЛ‑Волгограднефтепереработка” ЯСЙ‑нда нефть К. юғары т‑рала эшкәртеү өсөн ике мейесле ҡоролма (етештереүсәнлеге йылына 280 мең т) төҙөлә һәм файҙаланыуға тапшырыла, Братск, Красноярск алюмин һ.б. з‑дтарҙа, Атырау, Красноводск, Омск, Фирғәнә НЭЗ‑дарында 14 юғары т‑рала эшкәртеү ҡоролмаһының ҡорамалдары һәм технологиялары камиллаштырыла. “Сланцы” ААЙ‑нда (Ленинград өлк. Сланцы ҡ.) Нефтехимия эшкәртеү ин‑ты хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында үртәлгән К. етештереү (йылына 250 мең т) ойошторола. БР‑ҙа Яңы Өфө НЭЗ‑ында көкөртлө нефть К. (көкөртлөлөгө 1,8—3,0%) сығарыла.

Әҙәб.: Красюков А.Ф. Нефтяной кокс. (Технология, свойства). М., 1963; Сюняев З.И. Облагораживание и применение нефтяного кокса. М., 1966; Ахметов М.М., Зайцева С.А., Гимаев Р.Н. Производство и применение прокаленного игольчатого кокса: темат. обзор. М., 1983. (Серия: Переработка нефти).

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: