Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УГЛЕРОД

Просмотров: 1249

УГЛЕРОД (Carboneum), C, Д.И.Менделеев периодик системаһының IV төркөм химик элементы. 2 тотороҡло, радиоактив изотоптары бар. Тәбиғәттә У. ирекле хәлдә (алмас, графит), карбонаттар (эзбизташтар, доломиттар), диоксид сифатында (гидро‑ һәм атмосферала), янар ятҡылыҡтар составында (янар тәбиғигаздар, нефть, ҡатыяғыулыҡ) осрай. У. азот, водород, кислород м‑н берләшмәләре Ҡояш һәм планеталар атмосфераһында, метеориттарҙа табылған. Аморф (кокс, ағас күмере һ.б.), кристаллик (карбин, лонсдейлит һ.б.), кластер С60—С70 (фуллерендар), шыйыҡ (баҫымы 10,5 МПа ашыу, т‑pаһы 3700°С ашыу булғанда) У. айырыла. Эреткестәрҙә эремәй, ҡайһы бер иретелгән металдарҙа эрей. Химик яҡтан инерт, юғары т‑pала күп элементтар м‑н үҙ‑ара тәьҫир итешә, металл оксидтарын металл барлыҡҡа килтереп ҡайтара (ҡара: Металлургия). Һауала йылытҡанда алмас, аморф У., графит тоҡана. Карбидтар, көкөрт м‑н көкөртлө углерод барлыҡҡа килтерә. Төп биоген элемент, аминокислоталар, аҡһымдар һ.б. составына инә. Антропоген ташландыҡтарҙа, аэрозолдәрҙә ҡором сифатында булыуы тын алыу ағзаларының ауырыуына килтерә; таш күмерҙең ПДК‑һы 10, алмастыҡы — 8 мг/м3, антрацит һәм кокс ПДК‑һы — 6, техник У. — 4; атмосфера һауаһында ҡоромдоң бер тапҡыр ҡуйылған макс. ПДК‑һы 0,15, уртаса тәүлек 0,05 мг/м3. Эш зонаһы һауаһында 14С ПДК‑һы — 1,3, атмосферала — 4,4, һыуҙа 3,0•104 Бк/л тәшкил итә. Башҡортостанда 17 б. алып У. ағас күмере сифатында металл иретеү өсөн ҡулланғандар (ҡара: Тау сәнәғәте). 20 б. 40‑сы йй. башында Өфөлә СССР ФА‑ның Дәүләт керамик изделиелар ин‑ты (Ленинград) филиалы асыла, унда Өфө моторҙар з‑ды (ҡара: Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе) өсөн графит тигелдәре, 1161‑се з‑д өсөн махсус фарфор, Төп нефть идаралығы пр‑тиелары өсөн утҡа сыҙамлы материалдар эшләнә һәм улар сығарыла башлай. 70‑се йй. алып Нефть химияһы эшкәртеү ин‑тында кокс алыу технологияһы эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла; 90‑сы йй. сәнәғәт ташландыҡтарын углеводородтарҙан таҙартыу өсөн углеродлы сорбенттар (В.И.Глазунов, Р.Ғ.Ғәлиев, У.Б.Имашев), У. юғары т‑раларҙа углеродлы һәм тутыҡмай торған ҡоросҡа үтеп инеү ысулдары тәҡдим ителә (И.Р.Хәйрудинов). БДУ‑ла 80‑се йй. техник алмас алыу технологияһы эшләнә (Р.Н.Ғимаев, С.Ә.Әхмәтов һ.б.) һәм Полтава синтетик алмастар з‑дында индерелә. 90‑сы йй. башынан алып БДУ‑ла, Нефтехимия һәм катализ ин‑тында, Органик химия ин‑тында, ӨДНТУ‑ла фуллерендар химияһы б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. БР‑ҙа техникуглерод, активлаштырылған күмер производстволары эшләй.

Г.М.Сәфәрова

Тәрж. Ф.А.Ғималова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: