Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ

Просмотров: 937

КОЛЛОИДТАР ХИМИЯҺЫ, фазалар сигендәге өҫкө йөҙ күренештәре һәм дисперслы системалар т‑дағы фән. К.х. биология, тупраҡ ғилеме, геология, метеорология, химик экология фәндәре нигеҙҙәренең береһе. К.х. тикшеренеү предметы — дисперслы системаларҙың һәм сик ҡатламдарының барлыҡҡа килеүе, үҙенсәлектәре һәм тарҡатылыуы м‑н идара итеүҙең фәнни нигеҙҙәрен фазалар бүленеше сиктәрендә молекула‑ара тәьҫир итешеүҙәрҙе көйләү юлы м‑н, иң башта өҫкө йөҙҙә актив матдәләр ярҙамында үҫтереү. К.х. тикшереү объекттары булып төрлө дисперслы системалар (аэрозолдәр һәм онтаҡтар, эмульсиялар һәм латекстар, күбектәр һәм газ эмульсиялары, суспензиялар һәм пасталар, золдәр һәм гелдәр, ҡаты дисперслы мөхит системалары — иретмәләр, тау тоҡомдары, минералдар, пенопластар һәм пенобетондар) һәм фаза‑ара йөҙҙәр (адсорбциялы һәм ебетеүсе ҡатламдар, йоҡа плёнкалар һәм фибрилляр системалар) тора. К.х. объекттарының һәм ул хәл иткән мәсьәләләрҙең күп төрлөлөгө уның ҡайһы бер бүлектәренең үҙ аллы айырым фәндәргә (ҡаты есем химияһы, полимерҙар эретмәләре т‑дағы фән, физик-химик механика һ.б.) бүленеүенә килтерә. Композицион материалдар, төҙөлөш материалдары, керамик материалдар, быялалар, катализаторҙар, сорбенттар, пластик массалар, резина һәм резинатехник изделиелар, тәбиғи сүстәр, химик сүстәр, полимер елемдәр, лак һәм лакбуяу материалдары һ.б. технологияларының нигеҙҙәрен эшләү К.х. м‑н бәйле. Нефтте артабан деэмульгирлап сығарыу, флотация, һыу таҙартыу, синтетик йыуыу сараларын етештереү һәм файҙаланыу һ.б. К.х. ҡаҙаныштары нигеҙендә алып барыла. К.х. ҡулланыу м‑н ш. уҡ экологик проблемаларҙы хәл итеү — ағынты һыуҙарҙы таҙартыу, аэрозолдәрҙе тотҡарлау, тупраҡ эрозияһы м‑н көрәшеү һ.б. бәйле. Башҡортостанда эре нефть, мәғдән ятҡылыҡтарын асыу һәм эшкәртә башлауға бәйле, скважиналарҙы быраулау ваҡытында тау тоҡомдарының деформацияланыуы һәм емерелеүе процестарын (М.Р.Мәүлитов, А.И.Спивак), нефттең дисперслы торошон һәм нефть эшкәртеүҙең каталитик системаларын (Р.Н.Ғимаев, З.И.Сөнәев) өйрәнеү б‑са фәнни йүнәлештәр барлыҡҡа килә. ӨДНТУ‑ла быраулау, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу, эшкәртелмәгән нефтте деэмульгирлауҙың, хәҙ. заман төҙөлөш материалдарының яңы технологияларын табыу; БДУ‑ла һәм Органик химия ин‑тында — дарыу препараттарын һәм полимер материалдарҙы, үҫемлектәрҙе һаҡлау сараларын, көнкүреш химияһы тауарҙарын яһағанда өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе ҡулланыу, ӨДАТУ‑ла — металдарҙы түбән т‑раларҙа һәм электрохимик юл м‑н эшкәртеү ваҡытында майлағыс‑һыуытыусы шыйыҡлыҡтарҙы эшләү һәм ҡулланыу б‑са эштәр алып барыла. Органик химия ин‑тының ғәмәли тикшеренеүҙәрендә дисперслы системаларҙағы молекуляр‑кинетик һәм күсереш күренештәренә нигеҙләнгән гель-хроматография, седиментация, ультрацентрифугалау ысулдары һ.б. киң ҡулланыла. 60—90‑сы йй. БДУ‑ла юғары молекуляр берләшмәләр һәм К.х. каф. эшләй.

Әҙәб.: Капустин В.М., Сюняев З.И. Дисперсные состояния в каталитических системах нефтепереработки. М., 1992; Спивак А.И., Попов А.Н. Разрушение горных пород при бурении скважин. М., 1994; Фролов Ю.Г. Курс коллоидной химии: поверхностные явления и дисперсные системы. 4‑е изд. М., 2009.

В.П.Малинская

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: