Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИБРАҺИМ МЕРӘҪОВ

Просмотров: 1406

ИБРАҺИМ МЕРӘҪОВ, (?—1788), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Өршәк‑Мең улусы Мерәҫ а. (Дәүләкән р‑ны Иҫке Мерәҫ а.) башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ибраһимовтар нәҫелен башлап ебәреүсе. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла, Өфөнө ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. апр. башында ихтилалдан сыға. Апр.‑июндә баш күтәреүселәр ғәскәрҙәренең хәрәкәте т‑да властарға хәбәр итә. Июнь аҙ. ихтилалға яңынан ҡушыла. Өфө провинцияһы Стәрлетамаҡ пристане һәм Өфө янында Ҡаранай Моратов м‑н берлектә П.М.Голицын һәм А.Я.Якубович етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Июль аҙ. хөкүмәт ғәскәрҙәре яғына сыға. Старшина вазифаһын һаҡлап ҡала.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: