Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР

Просмотров: 1707

ИНТЕГРАЛЬ ҮҘГӘРЕҮҘӘР, интеграл тамғаһы аҫтында үҙгәреүҙәр функцияһы булған функциональ үҙгәреүҙәр. И.ү. интеграциялау һәм дифференциациялау ғәмәлдәрен ниндәйҙер алгебраик операциялар берләшмәһе м‑н алмаштырырға мөмкинлек бирә һәм акустика, кибернетика, математик биология, математик физика (йылылыҡтың таралыуы, гидро- һәм аэродинамика), оптика, радиоэлектроникала, ш. уҡ автоматик рәүештә көйләү һәм идара итеү теорияһында, киң хеҙмәтләндереү теорияһында һ.б. ғәмәли һәм теоретик мәсьәләләрҙе сығарыуҙың иң йыш ҡулланыла торған математик сараларҙың береһе булып тора. 20 б. 70‑се йй. башынан Башҡорт дәүләт университетында һәм Математика институтында И.ү. теорияһы, теоретик математика мәсьәләләрен сығарғанда уның ҡулланылыуы үҫеш ала. А.Ф.Леонтьев тарафынан Лаплас һәм Борель үҙгәреүҙәре тикшерелә. И.ү. аппроксимация теорияһында һәм экспонента рәттәрен (Ә.М.Ғайсин), спектраль синтез (И.Ф.Красичков-Терновский), төрөлөү операторҙары (А.С.Кривошеев), функциональ арауыҡтарҙа Лаплас үҙгәреүҙәренең мәсьәләләрен (И.Х.Мусин), матем. физика тигеҙләмәләрен тикшергәндә (В.Ю.Новокшенов), функционалдар (В.В.Напалков), аналитик һәм субгармоник функциялар теорияһында (Б.Н.Хәбибуллин), субгармоник һәм плюрисубгармоник функцияларҙы тигеҙләү (Р.С.Юлмөхәмәтов) ваҡытында һ.б. файҙаланылған.

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: