Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ

Просмотров: 907

ИНТЕРПОЛЯЦИЯ (лат. Interpolation – үҙгәреү), ниндәйҙер дәүмәлдең мөһим нөктәләрҙәге билдәле ҡиммәттәре б‑са аралаш ҡиммәттәрен табыу, аппроксимацияның төрө. И. алымдары функциялар теорияһында һәм ғәмәли фәндәрҙә (яҡынса интеграциялау, тигеҙләмәләр сығарғанда), статистикала (осраҡлы хаталарҙы алып ташлау маҡсатында бүлеү рәттәрен тигеҙләгәндә) ҡулланыла. 20 б. 70‑се йй. башынан Математика институтында һәм Башҡорт дәүләт университетында төрлө функциональ арауыҡтарҙа И. теорияһы үҫеш ала һәм теоретик математика мәсьәләләрен сығарған ваҡытта И. алымдарын ҡулланыу тикшерелә. А.Ф.Леонтьев интерполяциялау функцияһын индерә, бөтөн функциялар арауығында экспонент рәттәрен, мәсьәләләр сығарыу б‑са тикшереүҙәр үткәрә. И. алымдары аппроксимациялар һәм экспонента рәттәре теорияһында (Ә.М.Ғайсин), төрөлөү тигеҙләмәләрен тикшергәндә, етерлек күплек теорияһында (В.В.Напалков), субгармоник функциялар (Р.С.Юлмөхәмәтов) теорияһында ҡулланылған; И. дөйөм теорияһына яңы ҡараш уйлап табылған (И.Ф.Красичков‑Терновский), байтаҡ комплекслы үҙгәреүсәндәрҙең бөтөн функциялары өсөн төрөлөү операторҙары һәм интерполяцион мәсьәләләр (А.С.Кривошеев) һ.б. өйрәнелгән.

В.В.Напалков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: