Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ

Просмотров: 956

МӘҒЛҮМӘТ ТЕОРИЯҺЫ, ғәмәли матем. файҙалы мәғлүмәтте кодлау, тапшырыу һәм айырып алыуҙы һанса ысулдар ярҙамында өйрәнгән бүлеге. М.т. 2 төп йүнәлеште айыра лар: мәғлүмәт тапшырыу теорияһы, оптималь кодлау һәм декодлау; хәбәрҙәрҙәге билдәһеҙлек мн мәғлүмәттең логарифмик үлсәмдәренеңүҙенсәлектәрен тикшереү. Мәғлүмәт — ул мәғәнәне мәғлүмәт сығанағынан ҡабул итеүсегә еткергән тамғалар, текстар, аудио- һәм видеосигналдар, образдар. Билдәһеҙлек — “мәғлүмәт” төшөнсәһенең антиподы. М.т. мәғлүмәт тапшырыу системалары мөмкинлектәренең төп сиктәрен билдәләй, уларҙы уйлап сығарыуҙыңһәм ғәмәлдәҡулланыуҙың башланғыс принциптарын асыҡлай. М.т. теоретик нигеҙҙәре 20 б. уртаһында эшләнә. Башҡортостанда М.т. өлкәһендәге тикшеренеүҙәр 80се йй. башлап Авиация техник университетында (Г.Н.Звереветәкс.) алып барыла.

Әҙәб.: З в е р е в Г.Н. Индефинитика — теория неопределённостей и мер информации //Основания теоретической информации. Ч.7. Уфа, 1997.

Г.Н.Зверев, Р.С.Юлмөхәмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: