Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ

Просмотров: 1072

МӘҒЛҮМӘТ СЕЛТӘРҘӘРЕ, алыҫлашҡан мәғлүмәт сығанаҡтарын (мәғлүмәттәр базаһы, мәғлүмәттәр сайты һ.б.) үҙ‑ара бәйләгән һәм ҡулланыусыларға уларға инеү мөмкинлеген биргән селтәрҙәр. Мәғлүмәтте үҙәкләштерелгән юл м‑н һаҡлау, эшкәртеү, тапшырыу һәм мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән. Абонент һәм адм. системаларынан һәм уларҙы бәйләй торған коммуникация селтәрҙәренән тора, һуңғылары мәғлүмәтте хатаһыҙ һәм үҙгәртмәй тапшырыу өсөн файҙаланыла, процессорҙарҙы, терминалдарҙы, электрон хисаплау машиналарының тышҡы ҡулайламаларын үҙ эсенә ала. Элемтә йыһан һәм ер өҫтө каналдары (кабелдәр) аша башҡарыла. Абонент системаларының урынлашыу алыҫлығынан сығып М.с. глобаль, терр. һәм локаль селтәрҙәргә бүленә. Шулай уҡ гетероген һәм гомоген, универсаль (асыҡ) һәм махсуслаштырылған (мәҫ., банк селтәре), йәмғиәт һәм шәхси һ.б. М.с. айыралар. Дәүләт, төбәк, корпоратив һ.б. компьютер селтәрҙәре, ш. уҡ үҙ‑ара төрлө мәғлүмәт тапшырыу каналдары һәм ҡулланылған технологияларҙы унификациялау юлы м‑н берләштерелгән айырым компьютерҙар йыйылмаһы — Интернет — иң билдәле селтәр булып тора. Башҡортостанда 1989 й. Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә автоматлаштырылған идара итеү системалары мәсьәләләрен хәл итеү өсөн эске селтәр төҙөлә, 1992 й. Авиация техник университетында респ. тәүге электрон почта узелы (Relcom селтәре), 1995 й. — коммуникация үҙәге эшләй башлай. 2001— 09 йй. Өфөлә “ВинПик Интернешнл” ЯСЙ компанияһы корпоратив мәғлүмәт системаларының селтәрле һәм клиент‑серверҙары версияларын урынлаштырыу һәм көйләү эштәрен башҡара, М.с. модернизациялау б‑са тәҡдимдәр әҙерләй, пр‑тиелар (“Башнефтехим” ААЙ), банкылар, страховкалау, сауҙа, транспорт, фарм. ком‑ паниялары өсөн селтәрле етәкселек итеү һ.б. б‑са М.с. эшләү мәсьәләләрен хәл итә. 2004 й. “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) пр‑тиеның табышлы булыуын, конкуренцияға һәләтен, идара ителешен күтәреү өсөн корпоратив М.с. төҙөлә. Респ. юғары белем биреү өлкәһендә ӨДАТУ‑ла — RUNNet, UfaNet селтәрҙәре, FREENet узелы, Башҡорт дәүләт университетында Интернетҡа инеү үҙәге һ.б. М.с. булып тора. Интернетҡа инеүҙе респ. 20‑ләп провайдер тәьмин итә: Билайн, Мегафон, МТС, Уфанет, Экспресс һ.б. Башлыса бөтә ойошмалар теге йәки был рәүештә Интернет селтәрендә урын алған. Респ. бөтә юғары һәм дөйөм, махсус урта белем биреү йорттарының интернет сайттары бар. 2000 й. алып БР‑ҙа М.с. төҙөү һәм үҫтереү программалары тормошҡа ашырыла, мәҫ. “Ауыл мәктәптәрен компьютерлаштырыу” (2001), “Электрон Башҡортостан” (2006) һ.б. 

М.Ю.Лехмус, В.В.Мартынов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: