Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ

Просмотров: 922

МӘҒЛҮМӘТ ТЕХНОЛОГИЯЛАРЫ (ингл. information technology), 1) программа‑аппарат комплексы нигеҙендә мәғлүмәтте йыйыу, теркәү, туплау, эшкәртеү, тапшырыу һәм яңынан тергеҙеү операцияларын тормошҡа ашырыу ысулдары һәм саралары йыйылмаһы, 2) мәғлүмәтте эшкәртеү һәм һаҡлау м‑н шөғөлләнгән кешеләрҙең хеҙмәтен эффектлы ойоштороу ысулдарын, ш. уҡ хисаплау техникаһын, кешеләр м‑н производство ҡорамалдарының тәьҫир итешеүен өйрәнә торған үҙ‑ара бәй‑ ләнгән ғилми, технологик, инженерлыҡ фәндәре, уларҙың ғәмәли ҡушымталары комплексы. Идара итеүҙә мәғлүмәт ресурстарын файҙаланыу процесының иң мөһим өлөшө, бер үк ваҡытта автоматлаштырылған мәғлүмәт системаларының төп өлөшө булып тора һәм пр‑тие йәки ойошма эшмәкәрлегенең үҙенсәлек‑ тәренә туранан-тура бәйле. Автоматлаштырылған М.т. планлаштырыу һәм идара итеү, бухгалтерия иҫәбе, аудит, банк эшмәкәрлеге, страховкалау, һалым һалыу эшмәкәрлеге мәсьәләләрен һ.б. хәл итә. Төрлө инновацион сиселештәрҙең нигеҙе булып тора. М.т. идара итеү пробле‑ маларын үҙ эсенә алыу дәрәжәһе (мәғлүмәтте автоматлаштырылған эшкәртеү, идара итеү функцияларын автоматлаштырыу, ҡарар ҡабул итеүгә ярҙам итеүсе М.т., улар иҡт.‑матем. ысулдарҙы һәм моделдәрҙе, анализлау һәм прогноздар яһау, биз‑ нес‑пландар төҙөү, өйрәнелә торған процестар б‑са баһалау һәм һығымталарҙы нигеҙләү өсөн махсуслаштырылған ғәмәли программалар пакеттарын файҙаланалар; уларға ш. уҡ электрон офистар ойоштороуҙы, эксперт ярҙамын индерәләр); технологик процесты үҙәкләштереү (үҙәкләштерелгән, үҙәктән сығарылған һәм ҡатнаш); эшкәртелә торған мәғлүмәттең тибы, ҡулланыусы интерфейсы, технологик операцияларҙың кластары б‑са бүленәләр. 20 б. 80‑се йй. алып Авиация техник университетында М.т. өлкәһендәге төрлө инженерлыҡ һәм фәнни мәсьәләләр суперкомпьютер технологияларын ҡулланып сиселә (Р.Ҡ.Ғәзизов), яһалма интеллект ысулдары тикшерелә һәм индерелә (Л.Р.Черняховская), мәғлүмәтте эшкәртеү һәм идара итеүҙең интеллектуаль системалары төҙөлә (Н.И.Йосопова), геомәғлүмәт системалары (С.В.Павлов), хисаплауҙар өлк. (В.П.Житников) тикшеренеүҙәр үткәрелә. 1991 й. алып ун‑тта дөйөм Рәсәй оҡшаш үҙәктәре селтәренең өлөшө булып торған Башҡ‑н төбәк яңы М.т. үҙәге эшләй. Үҙәк юғары проф. белем биреү өлкәһендә идара итеүҙе мәғлүмәтләштереү, уның сифатын яҡшыртыу һ.б. б‑са дөйөм Рәсәй проекттарын эшләүҙә һәм тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. “Центр компетенции Эктив Телеком‑УГАТУ” ЯСЙ Мәғлүмәт технологиялары кластерында ҡатнашыусы, ул Башҡ‑н терр‑яһында М.т. өлкәһендә фәнни тикшеренеүҙәрҙе һәм инновацион эшмәкәрлекте үҫтереүгә, эшмәкәрлектең ошо өлкәһенә йәштәрҙе йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. 1984 й. алып Нефть техник университетының хисаплау техникаһы һәм инженерлыҡ кибернетикаһы каф. нефть сығарыу, нефть химияһы һәм нефть эшкәртеү пр‑тиеларында технологик процестарға идара итеү өсөн мәғлүмәт системалары уйлап табыла (В.Ф.Ғәлиәкбәров, Э.В. Писаренко, Д.В.Токарев), яһалма нейрон селтәрҙәрен яһау б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелеп, һөҙөмтәләре производствоға индерелә һәм нефтте сығарыу, ташыу һәм эшкәртеү инженер селтәрҙәренең техник торошон контролдә тотоу өсөн файҙаланыла (Ю.И.Зозуля, В.М.Ғиниәтуллин); БР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия комплекстарында экологик мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн М.т. эшләнә һәм индерелә (В.Н.Филиппов). 1998 й. алып “Интегро” Системалы тикшеренеүҙәр үҙәге ЯАЙ (Өфө) терр‑яларҙың ресурстарына идара иткән ойошмалар өсөн автоматлаштырылған мәғлүмәт системаларын эшләй һәм индерә. 2001—09 йй. “ВинПик Интернейшл” ЯСЙ компанияһы (Өфө) пр‑тиелар өсөн мәғлүмәт системаларын булдырыу, корпоратив мәғлүмәт системаларының селтәрле һәм клиент‑сервер версияларын урынлаштырыу һәм көйләү б‑са эштәрҙе һ.б. алып бара. БДУ‑ла мәғлүмәт технологиялары каф. — металдарҙы коррозиянан электрохимик һаҡлау системаларын һанса анализлауҙың, төҫлө металдарҙы гальваник эшкәртеү һәм электролиз процестары технологияларының (А.М.Болотнов), программалау һәм иҡт. информатика каф. геомәғлүмәттәр системалары өсөн (Р.С.Юлмөхәмәтов) М.т. эффектлы алгоритмдары һәм программалары эшләнгән, математик физиканың тура һәм төҙөк-теүәл булмаған кире мәсьәләләре сиселгән (В.Н.Кризский) һ.б. 2005 й. алып Педагогия университетының Проф. белем биреү һәм М.т. ин‑тында мәғлүмәт системалары һәм технологиялары б‑са уҡытыу‑ғилми лаб. эшләй, унда халыҡ хужалығының төрлө тармаҡтарында мәғлүмәт системаларын булдырыу һәм индереү (Р.И.Сәйетов), матем. моделдәр эҙерләү, системалы анализ һәм мәғлүмәтте статистик эшкәртеү (Р.Ф.Маликов) һ.б. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. 2010 й. алып БР‑ҙың Мәғлүмәткоммуникация технологиялары үҙәге электронлы хөкүмәт операторы функцияларын башҡара: дәүләт һәм муниципалитет хеҙмәтен күрһәтеү порталын һәм реестрын, мәғлүмәт системалары һәм мәғлүмәт ресурстары реестрын алып бара, респ. мәғлүмәт тапшырыу дәүләт мультисервис селтәрен ойоштора. Республикала мед. мәғлүмәт системалары файҙаланыла: берҙәм электрон теркәү, электрон беренсел мед. документтарын булдырыу, йыйыу һәм эшкәртеүҙең берҙәм системаһы, ашығыс ярҙам ресурстары м‑н идара итеү программаһы эшләй. 

В.В.Мартынов, Е.И.Филосова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: